Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Береһе үлгән, икенсеһе ауыр хәлдә

1 ғинуарҙа Дыуан районының Рухтин ауылында шәхси ауыл хужалығы предприятиеһы биләмәһендәге ҡаҙанлыҡ бинаһында янғын булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының янғын һүндереүселәре утты һүндергән. Ҡотҡарыу сараһы барышында ике ирҙе Мәсәғүт ауылындағы дауаханаға оҙатҡандар. Ҡыҙғанысҡа каршы, уларҙың береһе – 50 йәшлеге – вафат булған, ә икенсеһе – 61 йәштәгеһе – ауыр хәлдә. Янғын урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Фажиғәле хәлдең сәбәптәре асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдан иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, кешеләрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүе, уялыҡты юғалтыуы сәбәпле янғын осраҡтары күп теркәлде, һәләк булғандар ҙа, урамда балалары менән тороп ҡалғандар ҙа бар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуйылмаған булмаһа, Башҡортостанда 83 өлкән кеше һәм 47 бала Яңы йылды ҡаршы алмаҫ ине... Хөрмәтле ватандаш

1 ғинуарҙа Дыуан районының Рухтин ауылында шәхси ауыл хужалығы предприятиеһы биләмәһендәге ҡаҙанлыҡ бинаһында янғын булған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынының янғын һүндереүселәре утты һүндергән. Ҡотҡарыу сараһы барышында ике ирҙе Мәсәғүт ауылындағы дауаханаға оҙатҡандар. Ҡыҙғанысҡа каршы, уларҙың береһе – 50 йәшлеге – вафат булған, ә икенсеһе – 61 йәштәгеһе – ауыр хәлдә. Янғын урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе һәм тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Фажиғәле хәлдең сәбәптәре асыҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдан иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, кешеләрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүе, уялыҡты юғалтыуы сәбәпле янғын осраҡтары күп теркәлде, һәләк булғандар ҙа, урамда балалары менән тороп ҡалғандар ҙа бар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал ҡуйылмаған булмаһа, Башҡортостанда 83 өлкән кеше һәм 47 бала Яңы йылды ҡаршы алмаҫ ине... Хөрмәтле ватандаштар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен теүәл үтәгеҙ! Онотмағыҙ: һыуҙан ҡала, ә уттан бер нәмә лә ҡалмай. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.