Һәр кемебеҙҙең мәшәҡәттәре арта шул яңы йыл алдынан. Көндәге ығы-зығы мәшәҡәттәргә өҫтәлеп, эштә отчеттар, унан ғәйре корпоративтар, өйҙә байрам табыны әҙерләү, ҡунаҡ саҡырышыу һәм башҡа хәстәрҙәр. Ни булһа ла, шулай күңелле мәшәҡәттәр менән үткәрергә яҙһын барығыҙға ла. Сит илдә иһә, мәҫәлән, Италияла, Яңы йыл икәне лә һиҙелмәй. Бында Раштыуанан һуң кешеләр күңел асты, күптәре сит илдәргә, йәиһә тауҙарға сәйәхәткә олаҡты. Минең өсөн дә Раштыуа Яңы йыл кеүек үтте, ике көн байрам итеп, бүләктәр алып ҡыуандым. Бүләктәргә килгәндә, итальяндар “мул ҡуллы”. Бында Раштыуа байрамы иң мөһиме, Яңы йыл исем өсөн генә. Итальяндарҙың күптәре “эт тормошо” менән йәшәй. Күпселек кеше уны өй эсендә, фатирында тота, берәүҙе генә түгел, икешәрҙе. Көн һайын иртәле-кисле эт эйәртеп тышта йөрөргә сығалар. Ҡатын-ҡыҙҙар этте коляскаға ултыртып, бала урынына этеп йөрөй. Италияла тыуым юҡ, ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе бала табырға теләмәй. Быларҙы нимә өсөн яҙаммы? Бөгөн телевизорҙан тапшырыу күрһәттеләр: эттәрен күрһә