Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңы йылды ҡаршылап өлгөрмәне...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 31 декабрь кисендә Благовар районының Ҙур Бүләк ауылында ағас йорт янған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмән янғын һүндереүселәр 35 квадрат метр майҙанды биләп алған утты һүндергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын һүндереү барышында аш бүлмәһендәге иҙәндә 60 йәшлек ир кәүҙәһе табылған. Янғындың сәбәбен ведомствоның тәүтикшереүсеһе асыҡлай. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: тиҙ янып китеүсән һәм яныусан шыйыҡсалар менән һаҡ булығыҙ; эшләп торған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ; янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал ҡуйығыҙ, ул янғын хәүефен алдан белгертәсәк; аш бүлмәһендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.