РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған һөнәри техник белем биреү уҡытыусыһы, А.В. Луначарский исемендәге премия лауреаты Фәрит Барый улы Хәбировтың тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышлана “Мәктәп бер нисә айҙа төҙөлөп бөттө. Фәрит Барый улы яңы бинаны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индереү йөкләмәһе менән гөрләтеп эшләтте. Ауыл халҡы ҡырҙан килгән төҙөүселәргә дәррәү ярҙам итте”. Төпкөл өсөн быуат төҙөлөшөнә тиң мәктәп һалыу тарихын йәшлектәре “Хәбиров ағай” осорона тура килгән һайрандар йыш иҫкә ала. Тап шул мәлдә ауылыбыҙҙың киләсәге билдәләнә лә. Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ кеүек сәнәғәт ҡалалары беҙҙең яҡ кешеләренә яңы мөмкинлектәр аса кеүек ул заманда. Йәшәү өсөн әллә ни уңайлыҡтары булмаған ауылдың ишле ғаиләләре тыуған ерен ташлап китмәй. Белем усағы асылыу менән бында күпләп йәш уҡытыусылар ҡайта. Мәктәп артынса яңы төҙөлөштәр башлана. Һайранда йәшәгән ветеран-уҡытыусы, 98 йәшлек Мәрйәм Иҫәнова – урындағы тарихты һаҡлаусы иң абруйлы ауылдашыбыҙ. Ул мәктәптең төҙөлөү тарихы, тыуған төйәгебеҙ үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән шәхестәр тураһында хәтирәләрен барланы. – Һайранда белем усағы үҙемде белә-белгәндән булды. Беренсе класҡа алты мөйөшлө ағас мәктәпкә уҡырға барҙым мин, – ти Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы. – Уҡыу еңел бирелде. Аҙаҡ, һис икеләнмәй, мөғәллим һөнәрен һайланым. Һуғыш башланыу сәбәпле, үкенескә, институтты тамамлап булманы. Тәүҙә ауылыбыҙҙа, һуғышта һәләк булғандарҙың ул-ҡыҙҙары өсөн асылған балалар йортонда эшләнем. 1943 йылда уҡытыусы булып күстем. Ул осорҙа ағастан ҙурыраҡ мәктәп төҙөлгәйне. Шулай ҙа белем биреү шарттары ныҡ насар ине. Һуғыш тамамланып, донъя тынысланғас, халыҡтың тормошо яйға һалына башланы. Беҙҙең ауыл ҙур, һәр ғаиләлә биш-ун бала. Йәнә күрше Хажы, Арлар, Аҙнай, хатта Иҫкесәктән дә килеп, Һайранда белем алалар ине. Өс сменаға бүлеп уҡытабыҙ. Шуға ла алтмышынсы йылдарҙа яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһе ныҡ көнүҙәккә әйләнде. Һөҙөмтәлә һәр кем көткән мәғариф учреждениеһы 1968 йылда асылды ла. Әле лә ауылыбыҙҙың үҙәге, биҙәге булып тора ул. Һайраныбыҙҙа тормош йәнләнеп киткән шул осорҙо иҫкә алғанда, ең һыҙғанып, янып, дәртләнеп эшләгән үтә тәүәккәл мәктәп директоры Фәрит Барый улы Хәбиров күҙ алдыма килеп баҫа. Ауыл өсөн “папкалы башҡортобоҙ” булған ул, тип ҡуям хәҙер. Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы әйтеүенсә, Фәрит Барый улына Һайран мәктәбе директоры вазифаһы 1959 йылда йөкмәтелә. Тәүге көндән үк ул үҙен яҡшы етәксе, оҫта ойоштороусы итеп таныта. (Шуға ла бер нисә йылдан һуң, күрше хужалыҡта эш ырамай тип, уны Биксәнгә колхоз рәйесе итеп ебәрәләр. Ике йылға яҡын Һайрандан шунда йөрөп эшләй. Ул осорҙа мәктәп коллективына ҡатыны Разия Исхаҡ ҡыҙы етәкселек итә. Колхоз мәшәҡәттәрен бер аҙ яйға һалғас, Хәбиров яңынан уҡытыусылыҡ эшенә, элекке вазифаһына ҡайта). Булдыҡлы директор белем биреү шарттары менән һис килешә алмай. Ошо сәбәпле район үҙәгендә күп тупһаларҙы тапай ул. Яңы мәктәп төҙөтөү мәсьәләһен хәл итеү әмәлен табып, 1966 йыл аҙағында Ишембай районының иң төпкөл ауылдарының береһе булған Һайранға БАССР-ҙың мәғариф министры Фатима Мостафинаның үҙен алып килеүгә өлгәшә. Юғары вазифалы етәксе балаларҙың күплеген, иҫке ағас биналағы белем алыу шарттарын күреп ҡайтҡас, ауылда яңы мәктәп төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. 1967 йылдың көҙөндә таш бинаға нигеҙ ҡорола. Артабан иртә яҙҙан, ҡар иреү менән, төҙөлөш башлана. Яңы уҡыу йылына өр-яңы заманса мәктәп сафҡа индерелә. Иҫке бинаһы йәй эсендә һүтеп ташлана. Көҙ биләмәгә алмағастар ултыртыла. Мәктәп баҡсаһы ла шул 1968 йылда барлыҡҡа килә. Һаман да яҙ ап-аҡ сәскәгә күмелеп, көҙ мул уңыш биреп ҡыуандыра ул. Мәктәп директоры Фәрит Хәбиров төҙөлөштө ваҡытында тамамлау, ауыл өсөн үтә кәрәкле яңы белем усағының сафҡа инеү шатлығын ҙур итеп билдәләй. Изге эштә ҡатнашҡан Һайран халҡын, уҡытыусыларҙы йыйып, һәр береһенә айырым рәхмәт һүҙҙәрен белдерә. 1968 йылда шулай уҡ мәктәп менән параллель рәүештә йәш педагогтар өсөн фатир тибындағы тәүге ике йорт та төҙөлөп бөтә. Сентябрь башында иһә яңы ҡаҙанлыҡ эшләнә башлай, йылытыу системаһын сафҡа индереү, өҙлөкһөҙ һыу менән тәьмин итеү өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙыла. – Сиратта кадрҙар мәсьәләһе ине, – ти Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы. – Һуғыш тамамланғас та беҙгә, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларға, ярҙам итеү өсөн фронтовиктар килде. Араларында ирем Кәбир Хәбибрахман улы Иҫәнов та булды. Ул ситтән тороп институт тамамлағансы артелдә эшләне, диплом алғас, мөғәллимлек бурысын атҡара башланы. Ваҡыт үтеү, заманалар үҙгәреү менән белемле йәш педагогтарға ҡытлыҡ артты. Был мәсьәләне лә Фәрит Барый улы иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Шул осорҙа ауылға химия, биология, математика уҡытыусылары килде. Улар өсөн яңы йорттар төҙөлдө. Һуғыштан һуң Һайран ауылы халҡы урман хужалығы эштәренә күпләп йәлеп ителә. Улар ағас ҡырҡа, урынына яңы үҫентеләр ултырта, билдән һыуҙа йөрөп һалабаш һала, туҙанға батып ҡап һуға, бумала бәйләй. Ауылдың шулай гөрләп тороуы, унда йәштәрҙең ҡалыуы булдыҡлы хужаларға бәйле була. Был йәһәттән беренсе сиратта мәктәп һәм артель етәкселәре тырыша. Шуға бөгөн Фәрит Барый улын, Кәбир Хәбибрахман улын, уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләнгән башҡа вазифалы кешеләрҙе һәр кем һағынып телгә ала. – Һуғыш осоронда ауылыбыҙҙағы “Ҡыҙыл таш” колхозына рәйес итеп өс класс белемле Камал бабай ҡуйылды, ырҙын табағында – ҡарт ҡына Тайып бабай хужа. Бригадир булып ике йәш ҡатын йөрөй. Өсөнсө бригадаға етәксе тапмағас, Сәйфулла исемле 7-се класс уҡыусыһын беркеттеләр. Балалар менән беҙ яҙлы-көҙлө колхозға ярҙамға йөрөнөк, – тип хәтергә ала Мәрйәм Иҫәнова. – Ауыр һуғыш йылдарынан һуң бөлгөнлөк хәленә төшкән ауылыбыҙҙы өр-яңы кимәлгә сығарған, үҙ артынан килгән етәкселәргә, хеҙмәттәштәренә юғары талаптар ҡуйған кеше – иптәш Хәбиров. Директорыбыҙ туплаған педагогик коллектив бер нисә быуын балаларға яҡшы белем биреп, ҙур тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итте. Һайран шул осорҙа бер-береһенә ярҙамлашып, уртаҡ маҡсатта эшләгән мәктәп, ауыл хакимиәте, артель хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы арҡаһында үҫеш алды. Фәрит Барый улы илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйманы. Уҡытыусыларға ла, балаларға ла, үҙенә ҡарата ла ныҡ талапсан булды. Ҡатыны Разия Исхаҡ ҡыҙы ла декрет ялында өйҙә ултырманы. Хәтеремдә, Радий тыуғансы ул бер дәресен дә ҡалдырмай уҡытып йөрөнө. Булдыҡлы етәкселәр күмәкләп ауылды үҫтереү буйынса ең һыҙғанып эшләй. Шул осорҙа мәктәп янында эргә-тирәнән килгән балалар өсөн таштан интернат та төҙөлә. Һуңғараҡ кирбестән клуб һалына, ауыл советы бинаһы барлыҡҡа килә. Төпкөл ауылда барлыҡ уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһы ла асыла. Ул ваҡытҡа инде Фәрит Хәбировты район үҙәгенә эшкә алып өлгөрәләр. Тәжрибәле, талапсан етәксе 1969 йылда Ишембайҙа ауыр холоҡло ҡыҙҙар өсөн асылған мәктәп-интернатҡа директор итеп ҡуйыла. Һайрандағы белем усағы коллективы менән эшләү бурысы йәнә Разия Исхаҡ ҡыҙының иңенә төшә – етәкселекте ике йылға яҡын уңышлы атҡара. Етмешенсе йылдар башында ул да Ишембайға күсерелә – район Советы секретары итеп тәғәйенләнә. – Бер ауылдың яҙмышын, бөгөнгөһөн, киләсәген билдәләргә ярҙам иткән ун йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәт. Хөрмәтле коллегаларым менән бергә эшләгән йылдарға баһа биреү өсөн ошо бер фекерем дә етә. Иңдәренә алған бурыстарҙы табелдә билдәләнгән хеҙмәт ваҡыты, дәрес сәғәттәре менән генә сикләмәй, ысын мәғәнәһендә халыҡ тормошон яҡшыртыу, йәш быуынды яҡшы шарттарҙа тәрбиәләү маҡсаты менән янып эшләне улар. Ошо арҡала халыҡ ихтирамын яуланылар. Бөгөн Радий Фәрит улының хеҙмәтен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп барам. Төҫ-ҡиәфәте, буйы ғына түгел, ә тәүәккәллеге, эшенә ихлас, яуаплы ҡарашы йәһәтенән дә хас атаһы ул, – ти йылмайып Мәрйәм Баймөхәмәт ҡыҙы. Улар заманындағы тәртипте, иптәш Хәбиров етәкселек иткән осорҙа формалашҡан кимәлде Һайран мәктәбе коллективы бер ваҡыт һаҡланы. Күп белгестәр ауылға ерегеп ҡала, ошонда ғаилә ҡора. Хәбировтар ғаиләһе ише йүнәлтмә менән район үҙәгенә саҡыртылғандары ла, башҡа ауылдарға күсерелгәндәре лә бар. Әммә һәр береһенең күңелендә Һайранда эшләгән йылдар матур хәтирә булып һаҡлана. ...98 йәшлек Мәрйәм инәйҙең кеҫә телефоны шылтыраны. “Венера был, – тип йылмайҙы әңгәмәсем. – Хәбировтар Ишембайға күскәс, Һайран мәктәбенә директор итеп ебәрелгән Марат Ғөбәй улының ҡатыны”. Шулай тине лә шылтыратыуға яуап бирергә ашыҡты. Мин хәтер һандығында ауылыбыҙҙың бер быуатлыҡ тарихын һаҡлаған 98 йәшлек ағинәйгә ҡарап һоҡланып ҡуйҙым. Ул үҙе лә Һайрандыҡы, ошонда тыуып үҫә, бер нисә быуынға белем биреүгә ҙур өлөш индерә, ғаиләһе менән һәр саҡ башҡаларға үрнәк күрһәтеп йәшәй. Быуындар күсәгилешлеген нығытыусы, тормошоноң алтын көҙөн айыҡ зиһен менән, балалары хәстәрендә, ауылдаштары, әллә күпме быуын коллегалары, уҡыусылары хөрмәтендә ҡаршы алған бәхетле кеше!.. Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА, журналист, Ишембай районы Һайран урта мәктәбенең 1997 йылғы сығарылыш уҡыусыһы.
РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған һөнәри техник белем биреү уҡытыусыһы, А.В. Луначарский исемендәге премия лауреаты Фәрит Барый улы Хәбировтың тыуыуына 95 йыл тулыуға бағышлана “Мәктәп бер нисә айҙа төҙөлөп бөттө. Фәрит Барый улы яңы бинаны ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сафҡа индереү йөкләмәһе менән гөрләтеп эшләтте. Ауыл халҡы ҡырҙан килгән төҙөүселәргә дәррәү ярҙам итте”. Төпкөл өсөн быуат төҙөлөшөнә тиң мәктәп һалыу тарихын йәшлектәре “Хәбиров ағай” осорона тура килгән һайрандар йыш иҫкә ала. Тап шул мәлдә ауылыбыҙҙың киләсәге билдәләнә лә. Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ кеүек сәнәғәт ҡалалары беҙҙең яҡ кешеләренә яңы мөмкинлектәр аса кеүек ул заманда. Йәшәү өсөн әллә ни уңайлыҡтары булмаған ауылдың ишле ғаиләләре тыуған ерен ташлап китмәй. Белем усағы асылыу менән бында күпләп йәш уҡытыусылар ҡайта. Мәктәп артынса яңы төҙөлөштәр башлана. Һайранда йәшәгән ветеран-уҡытыусы, 98 йәшлек Мәрйәм Иҫәнова – урындағы тарихты һаҡлаусы иң абруйлы ауылдашыбыҙ. Ул мәктәптең төҙөлөү тарихы, тыуған төйәгебеҙ