Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

45-е тулыр ине...

Башҡорт һәм татар эстрадаһының яҡты йондоҙо Вәсилә Фәттәхованың фажиғәле өҙөлгән ғүмере әле һаман күптәрҙең күңелен әрнетә. Көтөп алған ҡыҙын тыуҙырғас, ҡулына алып яратып та өлгөрә алмай арабыҙҙан бик үкенесле китте шул ул. Был хәл 2016 йылдың 26 ғинуарында булғайны. Ә кисә, 31 декабрҙә, уның тыуған көнө булды. Йырсыға 45 йәш тулған булыр ине. Билдәле булыуынса уның улы, ҡыҙы һәм ире ҡалды. Тормош иптәше Илгиз Абдраҡипов социаль селтәргә уның фотоһын ҡуйҙы. Аҫтына бер нәмә лә яҙып тормаған, йөрәк кенә ҡуйған. Тимәк, ул ҡатынын онота алмай, һаман ярата. Беҙ ҙә Вәсиләне һәр саҡ хәтерләйәсәкбеҙ. Фото И. Абдаҡиповтың сәхифәһенән.