Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Ҡәҙерле дуҫтар! Яңы, 2025 йылға тиклем һанаулы минуттар ҡалды. Уҙып барған йыл беҙҙең өсөн ябайҙан булманы. Республика тотош ил менән бергә махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеүҙә ҡатнашты. Беҙ Рәсәй яугирҙәре менән ғорурланабыҙ. Уларға хуплау һүҙҙәребеҙҙе оҙатабыҙ. Күп яҡташтарыбыҙ Ватан өсөн лайыҡлы алыша. Һәм хәҙер, ошо минутта, алға баралар. Уларҙың тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Геройҙарыбыҙ бөтә республика – оборона предприятиелары, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселәр, ирекмәндәр – улар менән бергә икәнде белә. Беҙ барыбыҙ ҙа, иңгә-иң терәшеп, уртаҡ еңеүҙе яҡынайтабыҙ. Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткәндәрҙең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларбыҙ. Беҙҙең бурыс – геройҙарҙың ғаиләләре, әйләнеп ҡайтыусы ветерандар хаҡында етди хәстәрлек күреү. Киләһе йыл тотош ил Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй. Беҙ ветерандарға, тыл эшсәндәренә, һуғыш балаларына тағы ла күберәк иғтибар бүләсәкбеҙ. Оло быуындың батырлыҡтарына ихтирам күрһәтербеҙ. Улар беҙҙең өсөн ысын өл
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы йыл ҡотланы
31 декабря 202431 дек 2024
1 мин