Найти в Дзене

Әсә йөрәге тағы ла бер юғалтыуҙы кисерә алмаҫ ине...

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Йылайыр районына һуңғы сәфәр барышында махсус хәрби операция биләмәһендә алғы һыҙыҡта ике улын юғалтҡан әсә менән осрашты. Әсә өсөнсө улын хәрби хәрәкәт ҡыҙыу барған яҡтарҙан сығарыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Осрашыуға уның менән бергә һәләк булған улдарының ҡатындары һәм балалары килә. Әлбиттә, әсә йөрәге башҡа юғалтыуҙарҙы кисерә алмаҫ ине. “Мин уларҙың күҙҙәрен күрҙем һәм әсәнең үтенесен үтәргә һүҙ бирҙем”, – тип яҙа депутат социаль селтәрҙә. Зариф Байғусҡаров РФ Оборона министрлығы етәкселеге менән бәйләнешкә инә. Тиҙҙән яугирҙе ашығыс рәүештә Силәбе өлкәһендәге хәрби часҡа күсерәләр. Артабан бер нисә көнгә тыуған йортона отпускыға ебәрәләр. Йылайыр районына киләһе барғанында депутат лайыҡлы өс илһөйәр ул тәрбиәләгән бөйөк Әсә менән осрашырға ниәтләй. Ул киләсәктә лә мохтаждарға урындарҙа ярҙам итеү өсөн райондар буйлап сәфәрҙәрен дауам итергә йыйына. Фото: Зариф Байғусҡаровтың шәхси архивынан.