Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йыллыҡ конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында республика биләмәһендә төҙөлгән иң яҡшы торлаҡ комплекстары, айырым торлаҡ йорттары һәм социаль инфраструктура объекттары араһындағы йыллыҡ конкурстың һөҙөмтәһе иғлан ителде. – Ун йылдан ашыу беҙ һәр йыл һайын иң яҡшы торлаҡ комплекстарын, аҙ ҡатлы һәм күп фатирлы йорттар һәм социаль инфраструктура объекттарын билдәләйбеҙ. Улар архитектура-планлаштырыу, конструктив ҡарарҙар, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе ойоштороу һәм техник-иҡтисади, эксплуатация күрһәткестәре буйынса капиталь төҙөлөш өлкәһендә өлгө булып хеҙмәт итәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. “Торлаҡ комплекстары, алты ҡатлы һәм унан юғарыраҡ айырым торлаҡ йорттары” һәм “Аҙ ҡатлы төҙөлөш: алтынсы ҡатҡа тиклемге торлаҡ йорттар” номинацияларында еңеүселәргә 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжәләге дипломдар тапшырылды. “Мәктәптәр, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары, дауаханалар, поликлиникалар, клубтар” һәм “Музейҙар

Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығында республика биләмәһендә төҙөлгән иң яҡшы торлаҡ комплекстары, айырым торлаҡ йорттары һәм социаль инфраструктура объекттары араһындағы йыллыҡ конкурстың һөҙөмтәһе иғлан ителде. – Ун йылдан ашыу беҙ һәр йыл һайын иң яҡшы торлаҡ комплекстарын, аҙ ҡатлы һәм күп фатирлы йорттар һәм социаль инфраструктура объекттарын билдәләйбеҙ. Улар архитектура-планлаштырыу, конструктив ҡарарҙар, биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙе ойоштороу һәм техник-иҡтисади, эксплуатация күрһәткестәре буйынса капиталь төҙөлөш өлкәһендә өлгө булып хеҙмәт итәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. “Торлаҡ комплекстары, алты ҡатлы һәм унан юғарыраҡ айырым торлаҡ йорттары” һәм “Аҙ ҡатлы төҙөлөш: алтынсы ҡатҡа тиклемге торлаҡ йорттар” номинацияларында еңеүселәргә 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжәләге дипломдар тапшырылды. “Мәктәптәр, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары, дауаханалар, поликлиникалар, клубтар” һәм “Музейҙар, мәҙәниәт һарайҙары, театрҙар, эре спорт ҡоролмалары” номинацияларында еңеүсе коллективтарҙың хеҙмәте 1-се дәрәжәләге диплом менән билдәләнде. Шулай уҡ “Административ биналар” номинацияһында еңеү яулаған коллективтар 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжәләге дипломдарға лайыҡ булды. “Биналарҙы реконструкциялау һәм реставрациялау” номинацияһында өс коллектив 1-се дәрәжәләге диплом менән бүләкләнде. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25854/