Өйөгөҙҙә булмаһа, юл буйынса кәрәк аҙыҡ-түлекте һатып алырға онотмағыҙ: тарталеткалар, ҡыҙыл ыуылдырыҡ, ҡыҙыл балыҡ, сыр, йомортҡа, һарымһаҡ, тауыҡ ите, маринадланған бәшмәк, ананас, ветчина, ҡыяр, емеш-еләк, кәнфит, эсемлектәр. Ҡабымлыҡтар әҙерләү.Ҡыҙыл ыуылдырыҡ менән бутербродтар.Сыр һәм ҡыҙыл балыҡ менән тарталеткалар.Сыр һәм һарымһаҡ тултырылған йомортҡалар. Салаттар әҙерләү.Тауыҡ ите һәм маринадланған бәшмәк салаты.Ананас һәм ветчина менән салат. Ҡайнар аш әҙерләү.Духовкала бешерелгән һарыҡ йә һыйыр ҡабырғалары.Шулай уҡ емеш-еләк, кәнфит, төрлө сырҙар, эсемлектәр һәм шампан шарабы. Тауыҡ итен йыуығыҙ, өҫтөнә тәмләткестәр һибеп, духовкала 20 минут бешерегеҙ.Ҡабырға итен йыуып, киптерегеҙ, тәмләткестәр менән ыуығыҙ. Фольгаға төрөгөҙ ҙә духовкаға бешерергә ҡуйығыҙ.Йомортҡаны бешерергә ҡуйығыҙ.Һыуытҡыстан аҡ майҙы алып ҡуйығыҙ. Икмәккә һыларға уңайлы булһын өсөн, бер аҙ йомшарһын. Салаттар эшләүгә тотонабыҙ. Ананасты шаҡмаҡлап туралған ветчина менән ҡушығыҙ, сырҙы ҡырғыстан үткәрегеҙ