Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров адресына яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлау ебәргән. Унда былай тиелгән: Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым! Был матур, барыбыҙ ҙа яратҡан байрам беҙҙе берләштерә, һәр өйҙә айырым, ғаиләгә хас йылы мөхит тыуҙыра, кешеләрҙә иң яҡты тойғолар уята. Һеҙгә һаулыҡ, билдәләнгән пландарығыҙҙың тормошҡа ашыуын һәм бөтәһе лә яҡшы булыуын теләйем. Владимир Путин. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин да Яңы йыл ҡотлауы ебәргән. Унда былай тиелә: Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Ысын күңелдән һеҙҙе Яңы йыл һәм Раштыуа менән ҡотлайым! Был яҡты һәм барыбыҙ ҙа яратҡан байрамдарҙы айырыуса тулҡынланып көтәбеҙ, йомғаҡ яһайбыҙ, өмөт менән киләсәк тураһында уйлайбыҙ, изге теләктәр теләйбеҙ. Үткән йыл тағы бер ҡат йәмғиәттең тупланыуы һәм үҙ-ара булышлыҡтың төрлө һынауҙарҙы еңергә, мөһим дәүләт бурыстарын хәл итергә, ҡоласлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам иткәнен иҫбатланы. Беҙ бергә илебеҙҙе көслөрәк и