Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бер юлы өс яңы медицина пункты!

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡын районында бер юлы өс фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тәүгеһе Упҡанкүл ауылында ишектәрен асты. Был медицина пунктында тәүге медицина ярҙамын 370 кеше, шул иҫәптән 57 бала аласаҡ. Яңы бинала уларҙы акушерка Альбина Хәйруллина ҡабул итәсәк. Тағы бер медицина пунктын Ҡарткиҫәк ауылында астылар. Элек пункт 1989 йылда төҙөлгән, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары булмаған бинала урынлашҡайны. Хәҙер ауыл халҡы, барлығы 353 кеше, квалификациялы медицина ярҙамын яңы пунктта аласаҡ. 30 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Зилә Ҡасимова уларҙы хеҙмәтләндерәсәк. Өсөнсө медицина учреждениеһы Яңы Ҡара ауылында асылды. Фельдшер Рәйлә Имаеваның иғтибары аҫтында 145 кеше буласаҡ. Яңы медицина пункттарында пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. “Һанлы ФАП” проекты ярҙамында халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеге бар. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Асҡын районында бер юлы өс фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Тәүгеһе Упҡанкүл ауылында ишектәрен асты. Был медицина пунктында тәүге медицина ярҙамын 370 кеше, шул иҫәптән 57 бала аласаҡ. Яңы бинала уларҙы акушерка Альбина Хәйруллина ҡабул итәсәк. Тағы бер медицина пунктын Ҡарткиҫәк ауылында астылар. Элек пункт 1989 йылда төҙөлгән, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары булмаған бинала урынлашҡайны. Хәҙер ауыл халҡы, барлығы 353 кеше, квалификациялы медицина ярҙамын яңы пунктта аласаҡ. 30 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған фельдшер Зилә Ҡасимова уларҙы хеҙмәтләндерәсәк. Өсөнсө медицина учреждениеһы Яңы Ҡара ауылында асылды. Фельдшер Рәйлә Имаеваның иғтибары аҫтында 145 кеше буласаҡ. Яңы медицина пункттарында пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. “Һанлы ФАП” проекты ярҙамында халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлеге бар. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.