Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Яңы биҫтәгә - яңы магазин

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Учалы районы хакимиәтендә сираттағы муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте, уның барышында Учалы ҡалаһында магазин төҙөү буйынса проект ҡаралды. Предприятие етәксеһе аҙыҡ-түлек магазинын төҙөү буйынса яңы проект хаҡында һөйләне. Проекттың маҡсаты - Бурансы биҫтәһенең инфраструктураһын үҫтереү сиктәрендә магазин төҙөү. Эшҡыуар аңлатыуынса, магазин төҙөү өсөн ер участкаһын күсереү, ер участкаһына төшөү юлын ойоштороу буйынса ҡатмарлы мәсьәләләр килеп тыуған. Үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” һөҙөмтәләре буйынса финанс ярҙам саралары тураһында кәрәкле мәғлүмәти консультация күрһәтеү һәм проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, шулай уҡ үҙ эшен ойошторорға теләгәндәрҙең барыһы ла саҡырыла. Яҙма Башҡортстан ның Инвестиция порталында https://investrb.ru/ru/ (“Инвестиция сәғәте. Ғариза биреү” бүлеге) алып барыла, – тип билдәләнеләр Учалы районы хакимиәтендә. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.