Декабрь башына бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны төбәктә 141,4 меңгә етә, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") тормошҡа ашырыу ҙа быға булышлыҡ итә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 588,9 мең кеше мәшғүл. Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр ҙә күбәйә: һөнәри килемгә һалым түләүселәр һаны 257,1 мең кеше, был 38,2 процентҡа күберәк. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, был трендҡа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм үҙ мәшғүлдәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән дәүләт программалары ла булышлыҡ итә. Бәләкәй һәм урта предприятиелар әйләнеше (микропредприятиеларҙан тыш) беренсе ярты йыллыҡта 436 миллиард һум тәшкил итте, үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 17,1 процентҡа артҡан. Был иһә һалым керемдәрендә лә сағыла: быйыл