Найти в Дзене

Кампуста яңы лабораториялар эшләй башланы

Инновацион радиоэлектроника һәм оптоинформатика лабораторияһы Өфө фән һәм технологиялар университеты телекоммуникация системалары кафедраһы ғалимдары тарафынан “НПП Полигон” Акционерҙар йәмғиәтенең индустриаль предприятиеһы менән партнерлыҡта булдырыла. Лабораторияла антенна ҡоролмаларын һәм сымһыҙ бәйләнештең СВЧ-тракт элементтарын эшләү һәм оптималләштереү, шулай уҡ видеокүҙәтеү системаларын һәм селтәрҙәрен, оптик элемтә һәм оптик мәғлүмәт эшкәртеү ҡоролмаларын тикшереү һәм камиллаштырыу, һүрәттәрҙе эшкәртеүҙең интеллектуаль алгоритмдарын эшләү һәм ҡулланыу планлаштырыла. «Иретеп йәбештереүҙең производсто технологиялары һәм инжиниринг» лабораторияһы Евразия Фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге программаһының «Авиакосмос техникаһы өсөн һанлы производство технологиялары» технологик проектын тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән. Бында роботлаштырылған иретеп йәбештереү, ышҡылыу ярҙамында иретеп йәбештереү, иретеү, WAAM-үҫтереү һәм трансфер-технологиялар кеүек фәнни продукттар әҙерләнәсәк.

Инновацион радиоэлектроника һәм оптоинформатика лабораторияһы Өфө фән һәм технологиялар университеты телекоммуникация системалары кафедраһы ғалимдары тарафынан “НПП Полигон” Акционерҙар йәмғиәтенең индустриаль предприятиеһы менән партнерлыҡта булдырыла. Лабораторияла антенна ҡоролмаларын һәм сымһыҙ бәйләнештең СВЧ-тракт элементтарын эшләү һәм оптималләштереү, шулай уҡ видеокүҙәтеү системаларын һәм селтәрҙәрен, оптик элемтә һәм оптик мәғлүмәт эшкәртеү ҡоролмаларын тикшереү һәм камиллаштырыу, һүрәттәрҙе эшкәртеүҙең интеллектуаль алгоритмдарын эшләү һәм ҡулланыу планлаштырыла. «Иретеп йәбештереүҙең производсто технологиялары һәм инжиниринг» лабораторияһы Евразия Фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге программаһының «Авиакосмос техникаһы өсөн һанлы производство технологиялары» технологик проектын тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән. Бында роботлаштырылған иретеп йәбештереү, ышҡылыу ярҙамында иретеп йәбештереү, иретеү, WAAM-үҫтереү һәм трансфер-технологиялар кеүек фәнни продукттар әҙерләнәсәк. Электрохимия һәм «йәшел» технологиялар индустриаль лабораторияһы «Нефть-газ химияһы һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн яңы реагенттар һәм каталитик системалар булдырыу технологияһы» технологик проектын тормошҡа ашырыу өсөн асылған. Лабораторияның төп маҡсаты — Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин раҫлаған Рәсәй фәнни фондын үҫтереү стратегияһына ярашлы мәсьәләләр комплексын хәл итеү. “Полимерҙарҙы рециклинглау һәм модификациялау лабораторияһы" тәбиғәтте һөҙөмтәле һәм экологик материалдар һәм уларҙы һанлы моделдәр буйынса технологик проектты тормошҡа ашырыу өсөн асылған. Фото:БР хөкүмәте сайты. https://resbash.ru/news/nauka/2024-12-30/v-mezhvuzovskom-kampuse-ufy-zarabotali-novye-laboratorii-uunit-4072140