30 декабрҙә Өфө районының Миловка ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан прапорщик Вячеслав Евстифеев менән осрашты. 33 йәшлек яугир-десантсы иңендә – бай хәрби тәжрибә. Ул Төньяҡ Кавказ территорияһында хеҙмәт итә, Сүриәлә ике тапҡыр командировкала була. Вячеслав махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ҡатнаша. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены һәм Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. 2022 йылдың 17 сентябрендә һөжүм ваҡытында Вячеслав ауыр яралана, һул аяғы имгәнә һәм һул ҡулын юғалта. Башҡортостан Башлығы яугир менән 2024 йылдың октябрендә гумконвойҙы оҙатҡанда танышып, уны килеп күрергә вәғәҙә биргән. Радий Хәбиров яугирҙең ата-әсәһе Алексей Николаевичҡа һәм Гүзәл Әйүп ҡыҙына ысын ир-егет тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Вячеславтан тыш, ғаиләлә тағы өс бала – ул һәм ике ҡыҙ бар. Ә улар үҙҙәре Благовар районында йәшәй. Радий Хәбиров Евстифеевтар ғаиләһен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм яугиргә күрһәткән батырлығы һ
Яңы йыл алдынан Радий Хәбиров МХО ветераны менән осрашты
30 декабря 202430 дек 2024
1 мин