30 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика балалар клиник дауаханаһының балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә булды. Төбәк етәксеһе йәш пациенттарҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм бүләктәр тапшырҙы. – Һеҙ - ысын көрәшселәр, иң ҡыйыу һәм көслө балалар. Һеҙҙең барыһы ла яҡшы булырына ышанам. Атай-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә сабырлыҡ, көс һәм уңыштар теләйем. Балаларығыҙ сәләмәт булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙгә дауаланыу өсөн башҡа төбәктәргә барырға тура килмәһен өсөн был үҙәкте булдырҙыҡ. Хәҙер үҙебеҙҙә балаларҙы дауалау өсөн мөмкинлек биргән заманса медицина учреждениеһы бар. Медицинаны яҡшыртыуҙы, яңы ҡорамалдар һатып алыуҙы һәм квалификациялы табиптарҙы йәлеп итеүҙе дауам итәсәкбеҙ. Рух көсөгөҙ һәм сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, сөнки һаулыҡ – иң мөһиме. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән! Төбәк етәксеһе бәләкәй пациенттарҙың ата-әсәләре менән аралашты һә