Арабыҙҙа бай фантазиялы, оҫта ҡуллы кешеләрҙәең булыуы һоҡландыра. Әбйәлил районында йәшәгән оҫта ҡуллы Рәхимә Мусина был юлы шыршыҡайҙы бик үҙенсәлекле биҙәп, барыһын да хайран ҡалдырған. "«Шыршы ҡупшы кейенгән,Беҙгә ҡунаҡҡа килгән...» Малайҙар үҫкәне бирле шыршы ултыртҡан юҡ ине. Быйыл ошондай үҙенсәлекле башҡорт шыршыһы биҙәп ҡуйҙым әле. Яңы йыл менән, дуҫтарым! Уҙған йыл дауамында минең менән булып, лайктар ҡуйып, матур комментарийҙар яҙып барғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бергә ҡалайыҡ!" - тип яҙған ул үҙенең сәхифәһендә. Яңы йыл менән, Рәхимә Мөхөтдин ҡыҙы! Киләһе йылда ла беҙ һеҙҙән күҙҙең яуын алыр ҡул эштәре, тос фекерҙәр, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр көтөп ҡалабыҙ. Фото: Рәхимә Мусина
Оҫтабикәнең башҡорт шыршыһы үҙенсәлекле кейенгән!
30 декабря 202430 дек 2024
~1 мин