Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусылар өсөн төрлө трассалар тәҡдим иткән 14 тау саңғыһы үҙәге эшләйәсәк. Канат юлдары һәм тау саңғыһы үҙәктәренең күтәргестәре техник хеҙмәтләндереү үткән һәм файҙаланыуға әҙер. - Төбәктең тау саңғыһы курорттары ғаилә ялы өсөн бик уңайлы. Бында саңғыла, сноубордта йәки тюбингта шыуыуҙан ғына түгел, ә яҡындарың менән онотолмаҫлыҡ ваҡыт үткәреүҙән дә ләззәт алырға мөмкин. Профессиональ инструкторҙар яңы башлаусыларға ла, ҡышҡы спорт төрҙәре менән мауығыусыларға ла ярҙам итәсәк, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Тау саңғыһы үҙәктәрендә төрлө ҡатмарлылыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы 60 трасса эшләйәсәк. Улар араһында “Яҡтыкүл” үҙәге бар, унда төрлө ҡатмарлылыҡтағы алты трасса һәм бер тюбинг трассаһы урынлашҡан. Иң ҙур бейеклек 450 метрға етә, ә күтәргестәрҙән иҫ киткес матур тәбиғәт күренештәре асыла. Республиканың бөтә тау саңғыһы үҙәктәре, масштабына ҡарап, гондоль тибында