Яңы йыл алдынан Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты, дүрт табип амбулаторияһы һәм дөйөм практика табибының бер офисы асылды. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, яңы объекттар заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы итеп төҙөлгән. Улар халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәргә эшләү өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Оло йәштәгеләр һәм хәрәкәттәре сикле граждандар өсөн пандус бар. «Башҡортостан Рәсәйҙә төҙөлгән модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора. Һуңғы биш йылда ғына беҙ беренсел звеноның 19 капиталь объектын төҙөнөк һәм файҙаланыуға тапшырҙыҡ, 2025 йылда республика райондарында заманса стандарттар буйынса йыһазландырылған тағы ла алты яңы поликлиника, 135 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ», - тип хәбәр итте Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
Республикала бер юлы 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
30 декабря 202430 дек 2024
1 мин