Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ярҙамды йәшәгән ерҙә аласаҡтар

Өфө районының Урыҫ Юрмашы ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Медицина учреждениеһы заманса медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Кабинеттар заманса талаптарға һәм стандарттарға тулыһынса яуап бирә. Амбулатория составында ике койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, процедура һәм прививка кабинеттары, акушер-гинеколог, педиатр һәм терапевт бүлмәләре бар. Яңы медицина учреждениеһында 1100-ҙән ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк. –Ауылдаштарыбыҙға, айырыуса өлкән һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән граждандарға квалификациялы медицина ярҙамын йәшәгән урынға яҡын ерҙә алыу бик мөһим, – тине табиплыҡ амбулаторияһы мөдире Лилиә Шәңгәрәева. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шулар араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм

Өфө районының Урыҫ Юрмашы ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Медицина учреждениеһы заманса медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Кабинеттар заманса талаптарға һәм стандарттарға тулыһынса яуап бирә. Амбулатория составында ике койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар, процедура һәм прививка кабинеттары, акушер-гинеколог, педиатр һәм терапевт бүлмәләре бар. Яңы медицина учреждениеһында 1100-ҙән ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк. –Ауылдаштарыбыҙға, айырыуса өлкән һәм аҙ хәрәкәтләнеүсән граждандарға квалификациялы медицина ярҙамын йәшәгән урынға яҡын ерҙә алыу бик мөһим, – тине табиплыҡ амбулаторияһы мөдире Лилиә Шәңгәрәева. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шулар араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.