Һуңғы өс айҙа Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына еңел такси менән пассажирҙар ташыу өсөн 12,5 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Был башҡа алдынғы төбәктәргә ҡарағанда 30 процентҡа күберәк. - Хәтерегеҙгә төшөрәм, 2023 йылдың сентябренән Рәсәй Федерацияһында еңел такси менән пассажирҙар һәм багаж ташыу ҡағиҙәләрен регламентлаусы федераль закон үҙ көсөнә инде. Шуға бәйле таксиҙа эшләргә теләүселәрҙән килгән ғаризалар һаны ҡануниәткә ярашлы арта башланы. Тимәк, ташыусылар бөтә ҡағиҙәләр буйынса эшмәкәрлек алып барыу менән ҡыҙыҡһына. Был эш тәү сиратта пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән, - тип һөйләне республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. 2024 йылдың аҙағына Башҡортостанда еңел таксиға заказ биреү буйынса 15 хеҙмәт эшләй. Төбәк еңел таксиҙар реестрына 19 меңдән ашыу транспорт сараһы тураһында мәғлүмәт индерелгән. Еңел таксиҙар менән 2,6 меңдән ашыу ташыусы шөғөлләнә, шуларҙың 2149-ы - «үҙмәшғ
Башҡортостан еңел таксиҙарҙы рәсмиләштереү буйынса Рәсәйҙә беренсе урында
29 декабря 202429 дек 2024
~1 мин