Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өфө ауылында модулле табип амбулаторияһы асылды

Яңы йыл алдынан һәр беребеҙ ниндәйҙер бер мөғжизә көтә. Байрам алдынан Хәйбулла халҡы өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиғалар булды. Өфө ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, яңы модулле табип амбулаторияһы үҙ ишектәрен асты. Модулле ауыл табип амбулаторияһын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Алмас Мырҙабаев, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова, ауыл табип амбулаторияһы ветерандары, ауыл халҡы ҡатнашты. Амбулаторияла проект буйынса участка терапевты һәм участка педиатры кабинеттары ҡаралған, тағы ла процедура, прививка эшләү һәм башҡа бүлмәләр бар. Халыҡҡа медицина ярҙамы көндөҙгө стационар шарттарында ла күрһәтеләсәк. Яңы амбулаторияның мөдире Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 40 йылдан ашыу хеҙмәт тәжрибәһе булған участка педиатры Рәйфә Ҡашҡарова. Табип балалар сәләмәтлеген һаҡлауға индергән намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының П

Яңы йыл алдынан һәр беребеҙ ниндәйҙер бер мөғжизә көтә. Байрам алдынан Хәйбулла халҡы өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиғалар булды. Өфө ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, яңы модулле табип амбулаторияһы үҙ ишектәрен асты. Модулле ауыл табип амбулаторияһын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Алмас Мырҙабаев, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рәмилә Шәрипова, ауыл табип амбулаторияһы ветерандары, ауыл халҡы ҡатнашты. Амбулаторияла проект буйынса участка терапевты һәм участка педиатры кабинеттары ҡаралған, тағы ла процедура, прививка эшләү һәм башҡа бүлмәләр бар. Халыҡҡа медицина ярҙамы көндөҙгө стационар шарттарында ла күрһәтеләсәк. Яңы амбулаторияның мөдире Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 40 йылдан ашыу хеҙмәт тәжрибәһе булған участка педиатры Рәйфә Ҡашҡарова. Табип балалар сәләмәтлеген һаҡлауға индергән намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Һуңғы биш йылда районда 12 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Был районда беренсе заманса модулле амбулатория. Табип амбулаторияһы заманса йыһаз һәм медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән. “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте медицина ҡорамалдары алыуға финанс ярҙамы күрһәткән. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайтынан.