Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. Салауат районы эшҡыуары Эльвира Асҡарова үҙ хыялын тормошҡа ашырған - Малаяҙ ауылында уңайлы кафе асҡан һәм халыҡты төрлө меню һәм тәмле аш-һыу менән ҡыуандыра. Ул дөйөм туҡланыу өлкәһендә үҙ юлын эшҡыуарҙа эшләп башлаған. Тәжрибә туплағас, үҙ эшен асырға булған. 2023 йылда Салауат районы хакимиәтенә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә мөрәжәғәт итә. Улар эшҡыуарға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамдан файҙаланырға тәҡдим итә, проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҡуртымға бина варианттарын һайлай. 350 мең һум күләмендә субсидия алғас, Эльвира Асҡарова