Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ялсыҡайҙың бар бер оҫтаһы

Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылында йәшәгән оҫта ҡуллы рәссам Рәшит Ҡотлогилдиндың йыл һайын йорто алдындағы ҡар һындары мөғжизәле әкиәт донъяһын хәтерләтә. Әйткәндәй, Рәшит ағай йыл һайын тырышып-тырмашып, ҡарҙың аҙлығына ла ҡарамай, төрлө матур-матур ҡар һындары эшләп ултырта икән. Быйыл да оҫта ғәжәп матурлыҡ тыуҙырыуға өлгәшкән. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу янында 2025 йылдың хужаһы - йыландарҙы ҡалай матур итеп һынландырыуға ирешкән. Хатта йәшел Йылан йылы килеүен иҫәпкә алып, береһен йәшел төҫкә буяп та ҡуйған. Бар арабыҙҙа кешеләргә Яңы йыл кәйефе өҫтәп, ауылдаштарына матурлыҡ тыуҙырыусы оҫта ҡуллы кешеләр! Афарин, Ялсыҡай рәссамы! Әйткәндәй, һеҙҙең ауылдарҙа ла тап Рәшит ағай кеүек матур һындар яһаған оҫталар юҡмы? Булһа, һүрәттәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине. Фото: "Юшатыр" гәзитенән.