Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төркмәндә - табип амбулаторияһы

Яңы йыл алдынан Баймаҡ районында ла бер нисә социаль объект үҙ ишеген асты. 1-се Төркмән ауылында тантаналы рәүештә яңы табип амбулаторияһы асылды. Сарала район башлығы Азамат Иҙрисов, Сибай һәм Баймаҡ дауаханаларының баш табиптары Алмас Мырҙабаев һәм Илшат Рыҫҡужин ҡатнашты. Заман талаптарына яуап биргән яңы медицина пункты ике меңгә яҡын кешене, шул иҫәптән 321 баланы хеҙмәтләндерәсәк. 1-се һәм 2-се Төркмән, 1-се һәм 2-се Моҡас, Абҙаҡ, Әхмәр, Иҫәнбәт, Күсей, Казанка һәм Басай ауылдары халҡы бында медицина ярҙамы аласаҡ. Табип амбулаторияһы граждандарҙың бөтә категорияларына уңайлы булһын өсөн махсус йыһазландырылған: күтәрмә буйлап таянғыстар, персонал саҡыртыу төймәһе һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн пандустар ҡуйылған, был һәр пациент өсөн уңайлы мөхит булдырыу теләген күрһәтә. Амбулаторияла өлкәндәрҙе һәм балаларҙы ҡабул итеү өсөн йыһазландырылған кабинеттар, шулай уҡ акушерлыҡ, стоматология, процедура һәм прививка яһау кабинеттары урынлашҡан. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов әйтеүенсә, табип амбулаторияһын асыу - республикабыҙҙа медицинаны үҫтереү буйынса күләмле программаның бер өлөшө. Республика Башлығы тәҡдиме менән яңы һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлә. Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ районында Ғүмәр һәм Ишмырҙа ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, Баймаҡ ҡалаһында балалар поликлиникаһы, Яңы йылға йәнә бер бүләк булып был аҙнала Урғаҙа ауылында республикала беренсе модулле типтағы участка дауаханаһы асыласаҡ. Амбулатория мөдире, 12 йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә фельдшер Гөлиә Фәтхетдинова мохтаждар өсөн сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер. Ул һәр пациентҡа индивидуаль ҡараштың һәм медицина практикаһының юғары стандарттарына айырым иғтибар бирә, был урындағы халыҡҡа уларҙың теләһә ҡайһы ваҡытта кәрәкле ярҙам аласағына ышаныс өҫтәй. Был амбулаторияны асыу - яңы медицина пункты ғына түгел, ә төбәктә йәшәү сифатын яҡшыртыуға аҙым да. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткесен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.