Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сәғәт ярымда бер үҙе эшләгән

Әбйәлил районының Ҡыҙрас ауылында йәшәгән Гөлсәсәк менән Рәсих Кейекҡужиндарҙың өйҙәре әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. Быйыл уларҙың ихатаһы алдында бик үҙенсәлекле боҙһын – йылан эшләнгән. Гөлсәсәк Камил ҡыҙының ете ейән-ейәнсәре бар. Улар һәр каникулға олатаһы менән өләсәһе янына ашыға. Боҙһындарҙы ғаилә тәү сиратта улар өсөн эшләй. - Балалар һәр байрамға ҡайтырға тырыша. Айырыуса Яңы йылды бергәләп ҡаршыларға яратабыҙ. Ҡайтып, бергә дәррәү йөрөйҙәр. Боҙһындарҙың йылан кеүек эшләнгәненә һөйөндөләр. Уны мин сәғәт ярымда бер үҙем эшләп ҡуйҙым. Иптәшем бер сана тупраҡ алып сығып бирҙе. Шул тупраҡты йыландың өҫтөнә тигеҙ генә итеп иләп һирпеп сыҡтым. Ҡанат, һепертке ярҙамында тигеҙләнем. Һауытта буяу бар ине, шуны һиптерҙем, - тип һөйләй Гөлсәсәк Камил ҡыҙы. Кейекғужиндар йорттары алдындағы майҙансыҡҡа балалар килеп, сыр-сыу уйнағанын ярата. Шуға йыл да ауылдың бала-сағаһын, ҡунаҡтарҙы төрлө боҙһындар эшләп ҡыуандыралар, улар араһында мотлаҡ йыл хужаһы була. Гөлсәсәк Камил ҡыҙы - Ҡырҙас

Әбйәлил районының Ҡыҙрас ауылында йәшәгән Гөлсәсәк менән Рәсих Кейекҡужиндарҙың өйҙәре әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора. Быйыл уларҙың ихатаһы алдында бик үҙенсәлекле боҙһын – йылан эшләнгән. Гөлсәсәк Камил ҡыҙының ете ейән-ейәнсәре бар. Улар һәр каникулға олатаһы менән өләсәһе янына ашыға. Боҙһындарҙы ғаилә тәү сиратта улар өсөн эшләй. - Балалар һәр байрамға ҡайтырға тырыша. Айырыуса Яңы йылды бергәләп ҡаршыларға яратабыҙ. Ҡайтып, бергә дәррәү йөрөйҙәр. Боҙһындарҙың йылан кеүек эшләнгәненә һөйөндөләр. Уны мин сәғәт ярымда бер үҙем эшләп ҡуйҙым. Иптәшем бер сана тупраҡ алып сығып бирҙе. Шул тупраҡты йыландың өҫтөнә тигеҙ генә итеп иләп һирпеп сыҡтым. Ҡанат, һепертке ярҙамында тигеҙләнем. Һауытта буяу бар ине, шуны һиптерҙем, - тип һөйләй Гөлсәсәк Камил ҡыҙы. Кейекғужиндар йорттары алдындағы майҙансыҡҡа балалар килеп, сыр-сыу уйнағанын ярата. Шуға йыл да ауылдың бала-сағаһын, ҡунаҡтарҙы төрлө боҙһындар эшләп ҡыуандыралар, улар араһында мотлаҡ йыл хужаһы була. Гөлсәсәк Камил ҡыҙы - Ҡырҙас ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе. Тиҙҙән 60 йәшен тултыра. Тормош иптәше менән биш бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 32 йыл ул һауынсы булып эшләгән. Әле ун йыл инде хаҡлы ялда. Ауылдың һәр төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Фотолар Кейекҡужиндарҙың ғаилә архивынан алынды.