Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Гүзәл Уразова ғаиләһе менән ҡайҙа ял итә?

Көсөргәнешле гастролдәрҙән һуң йырсылар Яңы йыл байрамдарында йылы яҡта ял итеүҙе хуп күрә. Яңыраҡ ҡына Элвин Грей ҡатыны Инзилә менән Таиландҡа ялға китеүҙәре хаҡында хәбәр иткән ине. Әле танылған йырсы Гүзәл Уразова ла ғаиләһе менән йылы яҡҡа ял итергә барыуҙарын белдерҙе. Был хаҡта ул шәхси блогында хәбәр итә. Ире Илдар Хәкимов һәм балалары менән артист Таиландҡа килгән дә инде. Бында улар бер нисә көн ял итә. «Көнсығыш ҡунаҡсыллығы», - тип аңлатма бирә йырсы сәскәләр менән биҙәлгән номерҙарына кергәс тә. Артист әйтеүенсә, улар 16 сәғәт юлда булған, шуның туғыҙы самолетта осоуға киткән. Матур ял теләйбеҙ! Фото: телеграм