Найти в Дзене

Дүртөйлө эшҡыуары яңы үрҙәр яулай

Дүртөйлө районынан Ринат Сәхибзадин 2003 йылда уҡ шәхси эшҡыуар сифатында теркәлгән. Ул районда беренселәрҙән булып көндәлек кәрәк-яраҡтар һатыу буйынса магазин асҡан, һуңынан йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһын булдырған, колбаса изделиелары һәм ярымфабрикаттар етештереүҙе, кондитер цехын ойошторған. Эшҡыуарҙың яңы ҡаҙаныштары хаҡында Дүртөйлө районы бизнес-шерифы Гөлнара Кашаева Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыуы өсөн төркөмөндә һөйләгән. Ринат Сәхибзадин үҙ эшен даими үҫтерергә ынтыла, ул бер нисә тапҡыр «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре»ндә ҡатнашып, консультация, методик һәм финанс ярҙам алған. «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» - Башҡортостанда тормошҡа ашырылған һәм үҙ һөҙөмтәлелеген практикала иҫбатлаған бизнесҡа ярҙам формаһы. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам күрһәтеү муниципаль программаһы сиктәрендә эшҡыуар 2021 һәм 2024 йылдарҙа финанс ярҙамы алған. Ринат Сәхибзадин ойошмаһы 2024 йылдың ноябрендә Өфөлә үткән «Беҙҙең бренд» халыҡ-ара аҙыҡ-түлек

Дүртөйлө районынан Ринат Сәхибзадин 2003 йылда уҡ шәхси эшҡыуар сифатында теркәлгән. Ул районда беренселәрҙән булып көндәлек кәрәк-яраҡтар һатыу буйынса магазин асҡан, һуңынан йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһын булдырған, колбаса изделиелары һәм ярымфабрикаттар етештереүҙе, кондитер цехын ойошторған. Эшҡыуарҙың яңы ҡаҙаныштары хаҡында Дүртөйлө районы бизнес-шерифы Гөлнара Кашаева Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыуы өсөн төркөмөндә һөйләгән. Ринат Сәхибзадин үҙ эшен даими үҫтерергә ынтыла, ул бер нисә тапҡыр «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре»ндә ҡатнашып, консультация, методик һәм финанс ярҙам алған. «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» - Башҡортостанда тормошҡа ашырылған һәм үҙ һөҙөмтәлелеген практикала иҫбатлаған бизнесҡа ярҙам формаһы. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү һәм уларға ярҙам күрһәтеү муниципаль программаһы сиктәрендә эшҡыуар 2021 һәм 2024 йылдарҙа финанс ярҙамы алған. Ринат Сәхибзадин ойошмаһы 2024 йылдың ноябрендә Өфөлә үткән «Беҙҙең бренд» халыҡ-ара аҙыҡ-түлек фестивалендә һәм махсуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашты. Унда Рәсәйҙең 15 төбәгенән, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән, шул иҫәптән Үзбәкстандан, Белорусиянан, Ҡаҙағстандан һәм Малайзиянан аҙыҡ-түлек тармағы вәкилдәре ҡатнашты. 150-нән ашыу компания үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Дүртөйлө эшҡыуарының продукцияһы иң яҡшыларҙың береһе тип танылды һәм диплом, шулай уҡ «Беҙҙең бренд» көмөш миҙалын алды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән алынды.