Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда илдә етештерелгән кәрәҙле элемтә станциялары эшләй башлясаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, ҡорамалдар Рәсәй телеком-вендеры менән әҙерләнгән һәм етештерелгән. Яңы ҡорамал төрлө климат зоналарында һынау үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, бәйләнеш операторҙарының әкренләп ватан ҡорамалдарына күсеүе элемтә һәм интернеттың ышаныслылығын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. - База станцияларынан импортты алмаштырыу ул технологик суверенитетҡа өлгәшеү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү этаптарының береһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. «Иртея» компанияһының ватан асышы нигеҙендә база станцияларын ҡуйыу проектын «МТС» элемтә операторы тормошҡа ашыра. Рәсәйҙең 37 төбәгендә бөтәһе 200 база станцияһын ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостан Республикаһындағы МТС директоры Егор Фисюк билдәләүенсә, төбәктәргә яңы ҡорамалдар ебәреү сиктәрендә республикала база станцияларын сафҡа индереү Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ. «Башҡортостан байтаҡ йылдар дауамында тест үткәреү һәм яңы технологиялар индер

Башҡортостан Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, ҡорамалдар Рәсәй телеком-вендеры менән әҙерләнгән һәм етештерелгән. Яңы ҡорамал төрлө климат зоналарында һынау үтәсәк. Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, бәйләнеш операторҙарының әкренләп ватан ҡорамалдарына күсеүе элемтә һәм интернеттың ышаныслылығын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. - База станцияларынан импортты алмаштырыу ул технологик суверенитетҡа өлгәшеү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү этаптарының береһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. «Иртея» компанияһының ватан асышы нигеҙендә база станцияларын ҡуйыу проектын «МТС» элемтә операторы тормошҡа ашыра. Рәсәйҙең 37 төбәгендә бөтәһе 200 база станцияһын ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостан Республикаһындағы МТС директоры Егор Фисюк билдәләүенсә, төбәктәргә яңы ҡорамалдар ебәреү сиктәрендә республикала база станцияларын сафҡа индереү Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ. «Башҡортостан байтаҡ йылдар дауамында тест үткәреү һәм яңы технологиялар индереү өсөн мөһим майҙансыҡ булып хеҙмәт итә», - тип билдәләне ул. Проект «Заманса һәм перспективалы мобиль элемтә селтәрҙәре» юл картаһы сиктәрендә Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Президент Владимир Путин башланғысы менән булдырылған «Һанлы иҡтисад» милли проектының (национальный проект «Цифровая экономика») маҡсаты - иҡтисадта һәм социаль өлкәлә һанлы технологияларҙы индереү. Был юғары технологиялы бизнес өсөн шарттар булдырасаҡ, глобаль баҙарҙа илдең конкуренцияға һәләтлелеген күтәрәсәк, милли именлекте нығытасаҡ һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәрәсәк. Автор фотоһы.