Башҡорт эстрадаһының билдәле йырсылары Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың өйләнешеү тарихы үҙенсәлекле генә. Азамат менән танышыу, дуҫлашыу, өйләнешеү тарихын хәләл ефете – йырсы Нәсимә Тимерова “Башҡортостан” гәзитенә биргән интервьюһында һөйләгәйне. “Тәүге көн күрешкән саҡта ниңәлер башымдан: “Ҡалай атайыма оҡшаған был егет!” – тигән уй үтте. Башын ҡырыныраҡ ҡуйып ултырыуы, хәбәр һөйләүе, атлап китеше шул тиклем оҡшаған! Азамат менән уҡыуға ла, мәҙәни сараларға ла гел бергә йөрөнөк, Баймаҡҡа ла бергә ҡайта инек. Тәү ҡараштан мөхәббәт булманы, тәүҙә дуҫтарса ғына аралаштыҡ. Киреһенсә, был талантлы егет бәхетенә һәйбәт кенә башҡорт ҡыҙы тап булһа ине, тип теләй инем. Ҡышҡы каникулдан һуң уҡырға килгәс, Азамат миңә хистәрен белдереп, дуҫлыҡ тәҡдим итте. Тәүҙә аптырап ҡалдым. Мөнәсәбәттәргә икенсе күҙлектән ҡарап, үҙемдең дә уға битараф түгеллегемде аңланым. Икенсе курсты тамамлап, йәйге каникулға ҡайтҡас, бер көндө, көтмәгәндә, Азамат Әмингә килеп төштө. Ағайҙарым, атайым эштә ине. “Нимәгә