Бындай хәлгә тарырмын тип ғүмерҙә лә уйламағайным... Илнур менән осраҡлы рәүештә бер табында таныштыҡ. Был сабыр, тыныс ир тәү күреүҙән оҡшаны. Уның да миңә ҡарап-ҡарап алғанын тойҙом. Аҙаҡ әхирәтемдең ҡолағына ошо ирҙең оҡшауы тураһында бышылданым. Ул иһә ҡапыл тертләне, бер аҙҙан “тығылмаһы бар уның” тип ҡуйҙы. Был һүҙҙәрҙе аңламаным. Миңә әле утыҙ ҙа тулмаған, ир-егет менән етди мөнәсәбәттәрем дә булманы. Тырышып уҡыным, аҙаҡ эшкә урынлашҡас, карьера тип яна башланым. Төҫкә йәмһеҙ ҙә түгелмен, тик артымдан егеттәрҙән сиратҡа теҙелеп торғанын хәтерләмәйем. Шуға әлеге табында Илнурҙың иғтибары, ысынлап ҡыҙыҡһыныуы күңелемде елкендерҙе. Шул кистә һөйләшеп киттек, ул мине оҙатып ҡуйҙы. Яйлап аралаша башланыҡ. Дуҫлашып йөрөгәнгә бер нисә ай үтте, тик ул яҡынайыуға бер ниндәй ҙә етди аҙымдар яһаманы. Әллә оҡшамайыммы икән тиһәң, ҡыҙыҡһыныуын тоям. Шуға бер көн, бар ҡыйыулығымды йыйып, фатирыма саҡырҙым. Егетем шунда асылып китеп, хәлен һөйләп бирҙе. Баҡһаң, ул өйләнгән һәм ҡыҙы бар икән.