Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Яңы йылдан яңы проект буйынса эш башлайбыҙ”

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов “РБК-ТВ” каналында тармаҡтағы йыл йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. -2019 йылдан республикала “Экология” дөйөм дәүләт проектына ярашлы 80 мең гектар майҙанда урман тергеҙелгән, - тине министр. – Ултыртылаған һәм һәләк булған ағастар араһында баланс 111 процент тәшкил итте. Быйылға килгәндә күрһәткестәр тағы ла юғарыраҡ: 13, 5 гектар һәләк булған һәм киҫелгән ағас булһа, 15,5 мең гектарҙа урман тергеҙеү эштәре башҡарҙыҡ. Баланс – 114,8 процент. Быйыл һауа торошо эшмәкәрлеккә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Ямғыр күп яуыуы арҡаһында йылғалар ташып, үҫентеләр һыуҙа ҡалған осраҡтар ҙа булды. Шулай ҙа ултыртылған урмандың 80 проценты үҫеп китте. Зыян булманы тип әйтә алабыҙ. Ултыртыу материалдарына килгәндә , 2022 йылда уларҙың 20 проценты ябыҡ тамыр системаһы үҫентеләре булырға тейеш тигән талап бар. Беҙ был талаптарҙы үтәп киләбеҙ. Быйыл был күрһәткес планы арттырып үтәлде – 23 процент. 1260 гектарҙа үҫ

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов “РБК-ТВ” каналында тармаҡтағы йыл йомғаҡтары тураһында һөйләне һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. -2019 йылдан республикала “Экология” дөйөм дәүләт проектына ярашлы 80 мең гектар майҙанда урман тергеҙелгән, - тине министр. – Ултыртылаған һәм һәләк булған ағастар араһында баланс 111 процент тәшкил итте. Быйылға килгәндә күрһәткестәр тағы ла юғарыраҡ: 13, 5 гектар һәләк булған һәм киҫелгән ағас булһа, 15,5 мең гектарҙа урман тергеҙеү эштәре башҡарҙыҡ. Баланс – 114,8 процент. Быйыл һауа торошо эшмәкәрлеккә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Ямғыр күп яуыуы арҡаһында йылғалар ташып, үҫентеләр һыуҙа ҡалған осраҡтар ҙа булды. Шулай ҙа ултыртылған урмандың 80 проценты үҫеп китте. Зыян булманы тип әйтә алабыҙ. Ултыртыу материалдарына килгәндә , 2022 йылда уларҙың 20 проценты ябыҡ тамыр системаһы үҫентеләре булырға тейеш тигән талап бар. Беҙ был талаптарҙы үтәп киләбеҙ. Быйыл был күрһәткес планы арттырып үтәлде – 23 процент. 1260 гектарҙа үҫентеләр ябыҡ тамыр системаһы менән ултыртылды. Киләһе йылдан талаптар ҡәтғиләнә- 30 процент буласаҡ. Беҙҙә асыҡ грунтлы питомниктар селтәре ҙур – 65 дана. Көҙгө инвентарлаштырыу һөҙөмтәләре буйынса, 50 миллион ултыртыу материалы сәселгән. Әле орлоҡ йыйыу бара. План өс тонна ине, бөгөнгә 3,5 тонна йыйылған. Улар сәсеү өсөн әҙер. Теплицалар селтәрен киңәйтәсәкбеҙ. Һәр арендатор ситтән орлоҡ эҙләп йөрөмәһен, үҙе эшләгән урмансылыҡтан ала алһын тип тырышабыҙ. Был йүнәлештә эштәр бара. Республикала 2,5 мең ер фонды арендаторы эшләй. Төп эшмәкәрлектәре рекреация менән бәйле. Был урмандарҙы ял, туризм өсөн ҡулланыу. Быға туризм тармағына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күрһәтмәһе буйынса булдырылған ярҙам саралары, гранттар алыу ҙа булышлыҡ итте. Унан тыш килешеүҙәр һаны буйынса ауыл хужалығы килә. Нигеҙҙә был умартасылыҡ, башҡорт балы бренды менән бәйле. 230-ҙан ашыу килешеү ағас әҙерләү йүнәләшендә әҙерләнде. Ошо маҡсатта 1,5 миллион гектар урман тапшырылған. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн аукциондар уҙғарабыҙ. Быйыл бер миллион куб метр ағас һатыуға ҡуйылды, 30 проценты һатылды. Аҙ түгел. Был нигеҙҙә, логистикаға бәйле. Әлеге аукциондар аша беҙ бюджетҡа, ғөмүмән алғанда 80 миллион һумдан артыҡ аҡса керттек. Республика ҡаҙнаһына 55 миллион һум инде. Бөтә тармаҡ буйынса әйткәндә Рәсәй бюджет системаһына 900 миллион һум, республиканыҡына 400 миллион һум керәсәк. Беҙ был планды арттырып үтәп киләбеҙ. 2017 йылдан урман фонды контроле космик мониторинг ярҙамында алып барыла. 2018 йылдағы менән сағыштырғанда законһыҙ әҙерләнгән ағас күләме ике тапҡыр кәмене. Быйыл уҙған йыл менән сағыштырғана 25 процентҡа кәмеү күҙәтелә. Инспекторҙарҙың матди-техник базаһын яңырттыҡ. 100-ҙән ашыу патруль автомобиле, квадроциклдар, ҡаргиҙәрҙәр һатып алдыҡ. Урман янғындарына килгәндә, 16 милотһыҙ аппарат алыуға контракт төҙөлгән. Федераль проект буйынса беҙ 900-ҙән артыҡ техника, йыһаздар, инвентарь һатып алдыҡ. Был урман янғындарынан һаҡлаусыларҙы тулыһынса йыһазландырырға мөмкинлек бирҙе. Видеомониторинг системаһы эшләй, тағы ла 10 камера ҡуйыласаҡ. Ебәк ҡортҡа ҡаршы биш йыл көрәштек. Быйыл да 16 районда 190 мең гектар урманды эшкәрттек. Киләһе йылда бындай эшкәртеү кәрәк булмаясаҡ. Был йыл “Экология” дөйөм дәүләт проекты өсөн һуңғы йыл булды. Киләһе йылдан “Экологик именлек” тигән яңы проект старт ала. Яңы йылдан яңы проект буйынса эш башлаясаҡбыҙ. Шул иҫәптән “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты буйынса ла эш дауам итәсәк. Автор:Резеда Галикәева Фото: "Ҡызыл таң" гәзите сайтынан.