1983 йыл. Беренсе курста уҡып йөрөгән ваҡыт. Ауылдан килгән балаларға ҡала тормошо ят, шомло күренһә лә, йәшлек дәрте ташып торған көс үҙенекен итте – арыу ғына уҡып киттек. Бына тәүге имтихандар... Баш баҫып шуға әҙерләнәм. Яңы йыл яҡынлашыуы үҙен һиҙҙертә – урамда шыршы һаталар, боҙ ҡаласыҡтары яһайҙар.Берҙән-бер көндө ауылдан ике туған ағайым мин йәшәгән бүлмәгә килеп инде лә:– Бына, һеңлем, һиңә әсәйеңдәр Яңы йыл бүләге ебәрҙе, – тип бер төргәк ҡалдырып китте.Мин түҙемһеҙлек менән уны асып ебәрҙем: сөм-ҡара, ялтырап торған ҡуян тиреһенән бүрек! Шатлығымдың иге-сиге юҡ, был бит минең күптәнге хыялым. Кейеп ҡарайым, эй килешә бит, хатта ябай ғына пальтомдың яғаһына төҫө лә тура килеп тора....Ябалаҡлап яуған ҡар ҙа, иртәнге саф һауа ла тулҡынланыуымды баҫа алмай – имтихан тапшырырға китеп барам. Уҡыу йортоноң гардеробында өҫ кейемемде ҡалдырып, тәғәйен аудитория ишеге янына килеп баҫтым. Төркөмдәге студенттар сират алған да инде – яҡын-тирә районда йәшәгәндәр Яңы йылды ҡаршыларға ау