Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хеҙмәттәре юғары баһаланды

66 дәүләт һәм муниципаль, хәрби һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең, юғары мәктәп ғалимдарының һәм уҡытыусыларының, инженерҙарҙың, эшселәрҙең, уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. – Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн мин уҙып барған йылда мөһим еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар килтергәндәрҙе билдәләргә теләйем. Һәр берегеҙгә яуаплы хеҙмәтегеҙ, илһөйәрлегегеҙ, батырлығығыҙ, рух көсөгөҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең геройҙар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, көс ведомстволары вәкилдәре. Хәрби формалағы кешеләр йәмғиәтебеҙҙә һәр ваҡыт ихтирам уята. Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа илебеҙҙең тап ошо кешеләр ярҙамы менән йәшәгәнен, улар өсөн ғаиләләребеҙ үҙҙәрен хәүефһеҙ тойоуын яҡшы аңлайбыҙ. Бөгөн был залда төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар, юғары мәктәп уҡытыусылары, инженерҙар, эшселәр, уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт

66 дәүләт һәм муниципаль, хәрби һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең, юғары мәктәп ғалимдарының һәм уҡытыусыларының, инженерҙарҙың, эшселәрҙең, уҡытыусыларҙың, табиптарҙың, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. – Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн мин уҙып барған йылда мөһим еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар килтергәндәрҙе билдәләргә теләйем. Һәр берегеҙгә яуаплы хеҙмәтегеҙ, илһөйәрлегегеҙ, батырлығығыҙ, рух көсөгөҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең геройҙар – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, көс ведомстволары вәкилдәре. Хәрби формалағы кешеләр йәмғиәтебеҙҙә һәр ваҡыт ихтирам уята. Бөгөн беҙ барыбыҙ ҙа илебеҙҙең тап ошо кешеләр ярҙамы менән йәшәгәнен, улар өсөн ғаиләләребеҙ үҙҙәрен хәүефһеҙ тойоуын яҡшы аңлайбыҙ. Бөгөн был залда төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар, юғары мәктәп уҡытыусылары, инженерҙар, эшселәр, уҡытыусылар, табиптар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре бар. Бер нисә бүләкләнеүсе тураһында әйтәйем. Генерал Шайморатов ордены менән Дмитрий Валерьевич Смирнов бүләкләнде. Подполковник Смирнов күп кенә ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһы составына ҡайтыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә, махсус хәрби операция барышында үҙен күрһәтә. Батырлығы өсөн Дмитрий Валерьевич дәүләт наградаларына лайыҡ була. Хәҙер урындағы хәрби идаралыҡ органдары системаһында ул ирекмәндәр һәм контрактсылар менән әүҙем эшләй. “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре” исеме медицина университетының паталогик анатомия кафедраһы мөдире Таһир Исламнур улы Мостафинға бирелде. Уның ғилми түңәрәге студенттарының эштәре йыл һайын конференцияларҙа призлы урындар яулай. Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең һәр берегеҙ тураһында күп йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Киләһе йыл барыбыҙға ла яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар килтерһен! Ватаныбыҙға еңеү килтерһен! Тоғролоғоғоҙ, хеҙмәтегеҙ һәм лайыҡлы хеҙмәтегеҙ өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт! Фото: glavarb.ru