Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Минең атайым герой!"

Иртә менән “Башҡортостан” концерт залы алдында ҙур йәнлелек һиҙелә. Мәҙәниәт йортоноң эсе иһә сағыу костюмдар кейгән балалар менән тулған. Бөгөн бында ҙур байрам – республика шыршыһы үтә. Унда эләгеү бәхете иң-иңдәргә генә тәтей. Матур уҡырға, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып еңергә, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барырға кәрәк. Шулай уҡ геройҙар – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары ла республика шыршыһы ҡунаҡтары була ала. Бөгөн баш ҡалаға ошондай меңдән ашыу бала йыйылды. Балаларҙы ишек төбөнән үк әкиәт геройҙары ҡаршы алды. “Башҡортостан” концерт залының фойеһында ҙур шыршы ҡуйылған. Уның тирәләй матур байрам программаһы ойошторолдо, балаларҙы төрлө геройҙар, Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу сәләмләне. Шыршы тирәләй ҙур әйлән-бәйләндән һуң уларҙы залға саҡырҙылар. Бында Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған “Шәшкенең Яңы йыл мажаралары” әкиәте күрһәтелде. Балаларҙы республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин сәләмләне. Ул ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотланы. Шулай уҡ минист

Иртә менән “Башҡортостан” концерт залы алдында ҙур йәнлелек һиҙелә. Мәҙәниәт йортоноң эсе иһә сағыу костюмдар кейгән балалар менән тулған. Бөгөн бында ҙур байрам – республика шыршыһы үтә. Унда эләгеү бәхете иң-иңдәргә генә тәтей. Матур уҡырға, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып еңергә, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барырға кәрәк. Шулай уҡ геройҙар – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең балалары ла республика шыршыһы ҡунаҡтары була ала. Бөгөн баш ҡалаға ошондай меңдән ашыу бала йыйылды. Балаларҙы ишек төбөнән үк әкиәт геройҙары ҡаршы алды. “Башҡортостан” концерт залының фойеһында ҙур шыршы ҡуйылған. Уның тирәләй матур байрам программаһы ойошторолдо, балаларҙы төрлө геройҙар, Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу сәләмләне. Шыршы тирәләй ҙур әйлән-бәйләндән һуң уларҙы залға саҡырҙылар. Бында Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған “Шәшкенең Яңы йыл мажаралары” әкиәте күрһәтелде. Балаларҙы республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин сәләмләне. Ул ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотланы. Шулай уҡ министр “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашты. – Беҙ бөгөн Яңы йыл алдынан республиканың төп шыршыһын үткәрәбеҙ. Бында Башҡортостандың бөтә мөйөштәренән меңдән ашыу бала йыйылды. Иң төп шыршы байрамында ҡатнашыу, Яңы йыл кәйефен алыу балаларға ҙур ҡыуаныс килтерә, – тине Илдар Мәүлетбирҙин. – Мин бөгөн “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнаштым. Морат исемле малайҙың матур теләге эләкте. Ул гитара тураһында хыяллана икән. Мотлаҡ уны тормошҡа ашырам, Морат, һинең гитараң буласаҡ. Байрамға саҡырылған балалар араһында төрлө йәштәгеләр бар ине. Етди генә торған малайҙың исеме Искәндәр Исламов булып сыҡты. Үрге Тәтешленән килгән малай Ғ. Соҡорой исемендәге 1-се гимназияның 5-се класында уҡый. – Районыбыҙҙан алты бала килдек, улар иҫәбенә инеүемә бик шатмын. Мин шиғыр һөйләү оҫтаһы. “Урал батыр” эпосын, Ә. Атнабаевтың шиғырҙарын һөйләп, республика конкурстарында юғары урындар алдым. Үҙем “дүрт” һәм “биш”кә генә уҡыйым, – тине ул. Искәндәрҙең иң ҙур ғорурлығы иһә – атаһы. Дамир Исламов – махсус хәрби операция геройы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул быйыл батырҙарса һәләк булған. Ләкин ғаиләһе уны онотмай һәм ғорурланып һөйләй. – Атайым Дамир Исламов ныҡ батыр кеше ине. Бының өсөн ул Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булды. Шулай уҡ хәрби кейемен, Рәсәй флагын бирҙеләр. Беҙ уларҙы ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Атайым менән ғорурланам, уның кеүек батыр холоҡло булып үҫәм, – тине малай. Тылсымсы кейемен кейгән малай Салауат районының Малаяҙ ауылынан килгән. Арыҫлан Ғәйнитов та һүҙ оҫтаһы булып сыҡты. Ул да “Урал батыр”ҙы яттан һөйләгән, төньяҡ-көнбайыш төбәктәрҙә икенсе урын яулаған. – Мин 5-се класта һәйбәт итеп уҡып йөрөйөм. Мәктәп тормошонда, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашам. Ҙурайған ағайым бар, ул Өфөлә икенсе курс студенты. Үҙем үҫкәс, актер булырға хыялланам. Республиканың төп шыршыһына эләгеүемә бик шатмын, бында иң-иңдәрҙең генә килгәнен аңлайым, – ти ул. Һәм Искәндәр менән Арыҫлан кеүек аҡыллы, тырыш, уңған балалар бик күп ине. Үҙҙәренең тырышлығы өсөн улар бындай ҙур, республика кимәлендәге сараға саҡырылды һәм был уларға артабан да һәйбәтерәк уҡырға ҡанат ҡуя. Әйткәндәй, балалар араһында таныш йөҙ – МХО биләмәһендәге яугирҙәрҙең рухи ярҙамсыһы Хәмзә хәҙрәтте лә күреп ҡалдыҡ. Ул байрамға ейәнен килтергән икән. – Ҡыҙымдың улын – ейәнемде алып килдем әле. Атаһы Виталик тип исем ҡушһа, мин уға Дауыт тип ҡуштым. 10 йәш үҙенә, спорт менән шөғөлләнә,тырышып уҡый, – тине ул. Беҙ мөмкинлектән файҙаланып унан МХО-лағы хәлдәр тураһында ла һораштыҡ. – Ике көн элек кенә ҡайттым. Доставаловсылар янында булдым. Быға тиклем оборонала торған егеттәр һуңғы ваҡытта һөжүмгә күсте, яңынан-яңы биләмәләрҙе азат итә. Яңы йылды яугирҙәр менән ҡаршы алырмынмы тип уйлағайным, ҡайтырға тура килде, ғинуарҙа кире юлланам, – тине ул. – Форсаттан файҙаланып республика халҡын етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым. Балаларыбыҙ һәр саҡ ошолай шат йылмайһын, күгебеҙ аяҙ булһын. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.