Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Самолет һәләкәткә осраған...

Баҡы ҡалаһынан Грозныйға осоп барған самолет Аҡтау аэропортында ҡолаған. Ҡолар алдынан борт аэропорт өҫтөндә бер нисә әйләнеш яһаған. Баҡы – Грозный рейсын башҡарған самолет, пилотһыҙ аппараттар Чечняға һөжүм итеү ҡурҡынысы арҡаһында, курсын үҙгәртеүе мөмкин. Грозныйға бер нисә БПЛА һөжүм иткән, ҡала аэропортында «Ковер» планы иғлан ителгән. Embraer 190AR ҡолау алдынан бейеклеккә күтәрелергә тырыша, әммә траекторияһын ҡырҡа үҙгәртә һәм ҡолай башлай. Авиакомпаниянан яҡынса мәғлүмәт буйынса Ҡаҙағстанда самолет ҡоштар менән бәрелешкәнлектән ҡолай. Бортта 62 пассажир һәм биш экипаж ағзаһы булған, тип асыҡлыҡ индерҙе Ҡаҙағстандың транспорт министрлығы. Һәләкәттә 20-нән 50-гә тиклем кеше иҫән ҡалған, улар ҡойроҡ өлөшөндә ултырған, тип хәбәр итә урындағы киң мәғлүмәт саралары. Урындан 12 кеше дауаханаға оҙатылған, улар араһында бала ла бар. Мәғлүмәт: телеграмм