Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Биттәр ал булды, ял булды...

Әле йылдың шул тиклем матур миҙгеле. Берсә ап-аҡ ҡар яуа, берсә көслө ел иҫә, хатта ҡыштың ошондай һалҡын көндәре лә һағындырылған. Был ваҡытта рәхәтләнеп саңғы, коньки шыуырға, санала елдәй елдерергә мөмкин, әммә шул уҡ мәлдә һаулыҡҡа зыян килтереүҙән, йәрәхәтләнеүҙән һаҡланырға кәрәк. Бигерәк тә балалар ҡурсалауға мохтаж. Тағы шуныһы: ҡыҙҙар менән сағыштырғанда, малайҙар күберәк йәрәхәтләнеүсән. Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, был һан 70 проценттан ашыу тәшкил итә. Әйткәндәй, ҡышҡы миҙгелдә генә түгел, тотош йыл әйләнәһенә көнкүрештә, юл-транспорт фажиғәләрендә һәм башҡа осраҡтарҙа теркәлгән бәхетһеҙлек осраҡтарына ҡағыла. Өҫтәүенә, балалар йоғошло сирҙәренә ҡарағанда, төрлө бәлә-ҡазанан күберәк һәләк була. Мәҫәлән, Рәсәйҙә йыл һайын транспортҡа бәйле фажиғәләрҙә 10 меңдән ашыу баланың ғүмере өҙөлә, йылға-күлдәрҙә йылына өс мең ярым тирәһе ҡыҙ һәм малай вафат була. Йыл һайын илебеҙҙә йәрәхәтләнеү пункттарына 500 мең тирәһе бала төрлө сәбәптән мөрәжәғәт итә. Бына ошо һандар һәммәһен дә уйландырһа ине. Саф һауаға сығыу һаулыҡ өсөн бик мөһим. Әммә тап ошо ваҡытта ҡыҙҙарҙың йәки малайҙарҙың сана, саңғы шыуыу сәбәпле, йәрәхәтләнеү осраҡтары теркәлә, шуға күрә иғтибарлы булығыҙ, бәләкәй балаларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Юғиһә, ғәҙәттә, өлкәндәрҙең яуапһыҙлығы, балаларҙың тәртипте һанға һуҡмауы бәхетһеҙ осраҡ менән тамамланыусан. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.