Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Берҙәмлектә – көсөбөҙ

Республикабыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән берҙән-бер район бар. Ул – Ғафури районы. Өҫтәүенә, ул республикабыҙҙың ҡап уртаһында урынлашҡан. Төбәктең үҙенсәлекле тәбиғәте иһә туризмды үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар барлығын күрһәтә. Тау үркәстәре буйлап аҡҡан таҙа һыулы Еҙем йылғаһы буйында бихисап мәмерйә, ғәжәйеп тәбиғәт ҡомартҡылары Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән туристарҙы үҙенә ылыҡтыра. Ғалимдар Усолка киҫелешендәге тау тоҡомдарының 294 миллион йыл элек барлыҡҡа килгәнлеген раҫлаған. Аҡкүл, Красноусол минераль һыуҙар, Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ҡыуаҡлыҡтары, Еҙем йылғаһының урта ағымындағы шыршылыҡтар тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән, хатта бөтөнләй икенсе ҡитғаларҙа йәшәгән дөйәғоштар ҙа бәрәкәтле Ғафури ерен үҙ иткән. Районда иҡтисад, эшҡыуарлыҡ тармаҡтарында ла яҡшы күрһәткестәр бар. Заман ауырлыҡтарына һылтанырға яратмай ғафуриҙар. Республикабыҙ, илебеҙ мәнфәғәттәренә тырышалар, шул иҫәптән матбуғат сараларына ла әүҙем яҙылалар. Ошо һәм башҡала

Республикабыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән берҙән-бер район бар. Ул – Ғафури районы. Өҫтәүенә, ул республикабыҙҙың ҡап уртаһында урынлашҡан. Төбәктең үҙенсәлекле тәбиғәте иһә туризмды үҫтереү өсөн барлыҡ шарттар барлығын күрһәтә. Тау үркәстәре буйлап аҡҡан таҙа һыулы Еҙем йылғаһы буйында бихисап мәмерйә, ғәжәйеп тәбиғәт ҡомартҡылары Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән туристарҙы үҙенә ылыҡтыра. Ғалимдар Усолка киҫелешендәге тау тоҡомдарының 294 миллион йыл элек барлыҡҡа килгәнлеген раҫлаған. Аҡкүл, Красноусол минераль һыуҙар, Сәйетбаба ауылы эргәһендәге сәтләүек ҡыуаҡлыҡтары, Еҙем йылғаһының урта ағымындағы шыршылыҡтар тәбиғәт ҡомартҡылары тип иғлан ителгән, хатта бөтөнләй икенсе ҡитғаларҙа йәшәгән дөйәғоштар ҙа бәрәкәтле Ғафури ерен үҙ иткән. Районда иҡтисад, эшҡыуарлыҡ тармаҡтарында ла яҡшы күрһәткестәр бар. Заман ауырлыҡтарына һылтанырға яратмай ғафуриҙар. Республикабыҙ, илебеҙ мәнфәғәттәренә тырышалар, шул иҫәптән матбуғат сараларына ла әүҙем яҙылалар. Ошо һәм башҡалар тураһында күптән түгел Ғафури районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән Венер Фәнир улы ВАХИТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Венер Фәнир улы, районда “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”тәре даими үткәрелә, унда ҡаралған мәсьәләләрҙең хәл итеү юлдары эҙләнә... – “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында үткәрелгән ултырыштарҙа төрлө яңы инвестиция проекттары ҡарала. Һуңғы ике айҙа,мәҫәлән, районда фото студияһын асыу буйынса мөрәжәғәт иткән эшҡыуарға финанс ярҙамы күрһәтелде, глэмпингтар төҙөү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткәндәргә муниципаль милектәге ер участкалары ҡуртымға бирелде, урап үтеү юлдарын төҙөкләндереү мәсьәләһе менән килгәндәрҙең мәсьәләһе хәл ителә. Сауҙа үҙәген төҙөү, электр заправкаһын ҡуйыу, йәмәғәт туҡланыуы нөктәһен асыу кеүек мәсьәләләр менән килгәндәргә лә ярҙам күрһәтелде. Районда сәнәғәт етештереүе лә заман алымдарын әүҙем үҙләштерә бара һәм уңғандар төбәктәге тәбиғи байлыҡты әүҙем файҙалана. "Тере һыу", "Красноусол минерал һыуҙары", "Красноусол минераль һыуын сығарыу һәм ҡойоу заводы" йәмғиәттәре үҙ эшен йәйелдергән. Белеүебеҙсә, данлыҡлы Красноусол һыуының шөһрәте республиканың ҡала-райондарында ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә артҡандан-арта, уның менән ҡыҙыҡһыныуысылар күбәйә. Минераль һыуҙың сифаты иһә Рәсәй күләмендә юғары наградалар менән билдәләнгән. – Республикабыҙҙың һәр төбәгендә кеүек, Ғафури районында ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға гуманитар ярҙамды ойоштороу буйынса эш бер көнгә лә туҡтамай. Ғафуриҙар был изге ғәмәлгә баштан уҡ бик әүҙем ҡушылғайны. – Берҙәмлектә – көс, тип эш итә ғафуриҙар. Егеттәребеҙгә аҙыҡ-түлек, йылы кейемдәр, медикаменттар, техника һәм башҡа кәрәк-яраҡтар даими ебәрелә. Ауыр минуттарҙа бергә булырға, бер-береңә ярҙам итергә кәрәк, тип изге уй-ниәт менән эш итә районда йәшәүселәр. Махсус хәрби операция башланғандан алып, яугирҙәребеҙгә 38 тапҡыр барыу ойошторолдо. Улар – ир-егеттәребеҙ Тоцк, Ҡазан, Пенза, Һамар, Елань ҡалаларында хәрби әҙерлек үткән пункттар һәм Луганск, Донецк Халыҡ республикалары, Херсон йүнәлеше, Запорожье. Махсус хәрби операция барған зонаға 41 автомобиль – 20 “ВАЗ”, туғыҙ “Нива-2121”, һыу ташыусы “ЗИЛ” һәм башҡалар, , 24 генератор, алты квадрокоптер, һигеҙ тепловизор, алты тактик наушник һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Шуны билдәләргә кәрәк: был изге эштән өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә ситтә ҡалмай. – Әйткәндәй, күптән түгел Ғафури районы йәштәре менән осрашҡайнығыҙ. Был сарала ниндәй һорауҙар бирелде һәм мәсьәләләр ҡаралды? – Ғафури районы киләсәге булған ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙарҙы бирҙе. Бала саҡта минең кем булырға, ниндәй һөнәр алырға теләүем һәм ниңә тап дәүлт муниципаль идара итеүгә туҡталыуым менән ҡыҙыҡһыныусылар булды. Карьера үҫеше өсөн йәш белгескә ниндәй холоҡ һыҙаттарына эйә булыу кәрәклеге, Ғафури районының оҡшау-оҡшамауы, төбәк йәштәренең киләсәге тураһында ла һоранылар. Мин йәштәргә, урта һөнәри һәм юғары белем биреү йорттарын тамамлағандарға, киләсәктә эш урынына урынлашыуға етди иғтибар бүлергә кәңәш иттем. Киләсәктә бындай осрашыуҙарға потенциаль эш биреүселәрҙе лә саҡырырға тырышасаҡбыҙ. Был белем алған йәштәрҙең ошонда, тыуған яғында, шөғөлләнә, эшләй алыу мөмкинлеген булдырыу өсөн атҡарылды. Бынан тыш, Ғафури районы хакимиәтендә Йәштәр өсөн асыҡ ишектәр көнөн ойойштороуҙы планлаштырҙыҡ. Ҡыҙҙар һәм егеттәр белем алғандан һуң, ситкә китергә түгел, үҙ районына ҡайтырға тейеш. Әммә бының өсөн урындарҙа лайыҡлы хеҙмәт шарттарын булдырыу һәм тотороҡло эш хаҡы менән тәьмин итеү зарур. Бына ошо әйткәндәргә ынтыласаҡбыҙ ҙа. – Һаулыҡ һаҡлау тармағын борсоған, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр буйынса ниндәй эштәр атҡарыла? – Районда һуңғы биш йылда Байымбәт, Уҫман, Түбәнге Ташбүкән, Рус Саскүле, Ҡурғашлы, Ҡормантау, Архангелка ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары сафҡа ингәйне. Быйыл йәй йәнә өсәү: Бурлы, Ибраһим һәм Ҡарағай ауылдарында фельдшер һәм акушерлыҡ пункттары файҙаланыуға тапшырылды. Районыбыҙҙа ошондай модулле ФАП-тар һаны 12-гә етте. Ғөмүмән, республиканың бәләкәй ауылдарында ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы матур күренешкә әйләнде. 2025 йылда районда тағы һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. 2028 йыл аҙағына тиклем 15 модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктының ҡуйылыуы, Красноусол үҙәк район дауаханаһында ремонт эштәренең атҡарылыуы һәм башҡаларҙы атҡарыу планлаштырылған. Районға эшкә ҡайтырға теләк белдергән табиптар өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, торлаҡ менән тәьмин ителә, ауыл еренә барырға теләүселәргә лә бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Элекке “Аҡ ҡайын” балалар баҡсаһы фатирҙар итеп үҙгәртеп ҡоролдо, йәш белгестәргә тап шунан фатирҙар бирелә. – Махсус хәрби операция ветерандары – инвалидтар менән ниндәй эш алып барыла? - Ғафури районы хакимиәте ҡарарына ярашлы, инвалидтар торлағы тикшерелә. Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары беҙгә үҙҙәрен борсоған проблемалары менән мөрәжәғәт итә, һәм беҙ бер кемгә лә баш тартмайбыҙ. Уларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн геройҙар. Махсус хәрби операциянан ҡайтҡандан һуң кеше дүрт стенала ҡалырға тейеш түгел, уның йәмғиәттә булыуы мөһим. Бының өсөн беҙ йәмәғәтселәрҙе, башҡа локаль һуғыш ветерандарын, бөтә граждандар йәмғиәте институттарын “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Ғафури районы буйынса филиалы етәкселеге аҫтында берләштерәбеҙ. Был ойошма менән берлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең, хәрби хәрәкәттәре ветерандарының (улар беҙҙә икәү) торлағын ҡулайлаштырыу буйынса комиссия булдырылған. Комиссия урындарға сығып тикшерҙе, кәрәкле документтар тупланған һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының үҙәк аппаратына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ихтыяжы өсөн мотлаҡ ҡорамалдарҙы алып килеүгә ғариза бирелгән. - Әңгәмә өсөн рәхмәт, Венер Фәнир улы! Эшегеҙҙә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар һәм сәләмәтлек теләйбеҙ. Айһылыу НИЗАМОВА әңгәмәләште. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.