Күмертау ҡалаһындағы 3-сө модель китапхана-филиалының виртуаль концерт залында “Ваҡыттарҙы бәйләп. Этно-тарихи экскурс” тип аталған классик музыка концертын тыңлағандар. Был китапхана РФ президенты В.В. Путин иғлан иткән “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы барлыҡҡа килгәйне. Үҙенсәлекле тамаша тураһында БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Был тамашаның авторы һәм алып барыусыһы – Анна Тончева. Музыкант Урта быуаттарҙа таралған этник ҡыллы һәм тынлы музыка ҡоралдарында уйнай, ул – Мәскәү дәүләт академия филармонияһындағы этно-тарихи йүнәлештең солисы һәм алып барыусыһы. “Ваҡыттарҙы бәйләп. Этно-тарихи экскурс” концертында Анна тәгәрмәсле лирала, лютнала, глекеншпилдә, шарманкала, морахарпе, скрипка һәм перкуссияла уйнап күрһәткән. Боронғо табулатураларҙы яҡшы төшөнә белгәнгә күрә, Анна Тончева концерттарҙа беҙҙән әллә нисәмә быуат алда йәшәгән композиторҙарҙың бер тапҡыр ҙа башҡарылмаған әҫәрҙәрен уйнай ала. Мәҫәлән, ул Рәсәй тыңлаусыһына Доменико Обицци исемле хор йырсыһы, Ренессанс осоронда йәшәгән йәш ижадсының әҫәрҙәрен еткергән. Виртуаль концерт залында ултырған тамашасылар онлайн тамашанан бик ҡәнәғәт ҡалған. “Ысын залда ултырған кеүек тойҙоҡ”, - тип уртаҡлашҡан улар. Быға иһә залда урынлаштырылған сифатлы проектор һәм тауыш системаһы булышлыҡ иткән. Сығанаҡ: БР Мәҙәниәт министрлығының рәсми төркөмө.