Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Дмитрий Медведев Өфөнөң “Һаҡлаусы” үҙәгендә булды

Үҙәк 2024 йылдың октябрендә барлыҡҡа килгән. Хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәргә бында медицина тикшереүенән алып контракт төҙөүгә тиклем төрлө хеҙмәт күрһәтелә. Буласаҡ ил һаҡсыларына уңайлы булһын өсөн өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған, йәшәү урындары бүленгән һәм спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн шарттар хәстәрләнгән. Дмитрий Медведев, Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров кандидаттар теркәү үтә торған бинаны ҡараны. Контракт төҙөүселәр бында иҫәп асыу өсөн хәрби часть һәм банк вәкилдәре менән осраша ала. Үҙәктә контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә төбәк түләүҙәрен дә юлларға ярҙам итәләр. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән республика ярҙам саралары тураһында һөйләне. “Һаҡлаусы” үҙәгендә контрактсыларға торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһы хаҡында ла мәғлүмәт бирәләр. Был проект хәрби хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ һатып алыуға аҡса тупларға мөмкинлек бирә, төбәк бюджетынан маҡсатлы дәүләт субсидияһы өҫтәлә. “Һаҡлаусы” үҙәгенә сәфә

Үҙәк 2024 йылдың октябрендә барлыҡҡа килгән. Хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәргә бында медицина тикшереүенән алып контракт төҙөүгә тиклем төрлө хеҙмәт күрһәтелә. Буласаҡ ил һаҡсыларына уңайлы булһын өсөн өс тапҡыр туҡланыу ойошторолған, йәшәү урындары бүленгән һәм спорт менән шөғөлләнеү, ял итеү өсөн шарттар хәстәрләнгән. Дмитрий Медведев, Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров кандидаттар теркәү үтә торған бинаны ҡараны. Контракт төҙөүселәр бында иҫәп асыу өсөн хәрби часть һәм банк вәкилдәре менән осраша ала. Үҙәктә контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә төбәк түләүҙәрен дә юлларға ярҙам итәләр. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән республика ярҙам саралары тураһында һөйләне. “Һаҡлаусы” үҙәгендә контрактсыларға торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау программаһы хаҡында ла мәғлүмәт бирәләр. Был проект хәрби хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ һатып алыуға аҡса тупларға мөмкинлек бирә, төбәк бюджетынан маҡсатлы дәүләт субсидияһы өҫтәлә. “Һаҡлаусы” үҙәгенә сәфәре барышында Радий Хәбиров Дмитрий Медведев менән Игорь Комаровҡа яу яланында батырлыҡ күрһәткән Башҡортостан яугирҙәре хаҡында һөйләне. – Республикабыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 12 Рәсәй Геройы менән ғорурлана. Ҡайһы берҙәре ошо исемгә үлгәндән һуң лайыҡ булды. Барыһы ла төрлө милләт кешеләре. Беҙ уларҙың батырлыҡтары менән ғорурланабыҙ. Яугирҙәрҙең береһе Максим Серафимовтың исемен “Патриот” хәрби-патриотик паркына бирҙек, – тине Башҡортостан Башлығы. Дмитрий Медведев “Һаҡлаусы” үҙәгенең эшен юғары баһаланы. Фото: glavarb.ru