“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Малаяҙ дауаханаһының автомобиль паркы быйыл август айында яңы биш “Лада Гранта” машинаһы менән тулыланды. Уңайлы автомобилдәр кисектергеһеҙ һәм планлы саҡырыуҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ биологик материалдарҙы тикшереүгә илтеү һәм дарыу препараттарын алып барыу өсөн дә файҙаланыла. Дүрт ай эсендә автомобилдәрҙә 1400-ҙән ашыу саҡырыу үтәлгән. Автомобилдәр һынауҙы лайыҡлы.үтте. Автомобилдәрҙә кондиционер, хәүефһеҙлек мендәре бар, алғы ултырғыстар йылытыла. –Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының эшмәкәрлеген яҡшыртыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Был, әлбиттә, алыҫ ауылдарҙа йәшәүсе халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын арттырыуға булыша, – тине Малаяҙ дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдинов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың ар