▶️ "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға.
Башҡортостанда уҙып барған йылға йомғаҡтар яһайбыҙ. Бөгөнгө тапшырыу халыҡ кәсептәренә арнала. Башҡортостан өсөн халыҡ кәсептәре тигән төшөнсә, әлбиттә, яңы түгел. Халҡыбыҙҙа борон-борондан һаҡланып, зәҙерге заманға килем еткән тармаҡ ул. Әммә, уның хәҙерге торошо ғына хәүефкә һала. Замана, яңы технологиялар тип тап ошо йүнәлешкә һуңғы ваҡытта иғтибар ҙа кәмей башлағайны. Башҡортостан иһә халыҡ кәсептәрен онотмай. Мәҫәлән, бал етештереү, был да халыҡ кәсебе. Шәл бәйләү, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу – бөгөн улар ҙа аҡса килтерерҙәй йүнәлеш. Студияла Сибайҙан ҡунаҡтар. Улар: Зөһрә Мостафина, таш ҡырҡыу оҫтаһы Тимербулат Әфләтунов һәм халыҡ кәсептәрен тергеҙеп, ошондай оҫталарҙы бергә туплаусы Руслан Мостафин.
▶️ Смотрите видео
--------------------------
Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене!
Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».