Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Федераль спорт проекттарын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһанылар

23 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәк биләмәһендә спорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Кәңәшмәлә «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» һәм «Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)» федераль проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырылған башланғыстарға айырыуса иғтибар бүленде. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов «Спорт – тормош нормаһы» федераль проекты тормошҡа ашырылған алты йыл эсендә Өфөлә өс ҙур спорт объекты – бассейн, ябыҡ футбол манежы һәм ишкәкле слалом өсөн комплекстың беренсе сираты – төҙөлөүен билдәләне. – Бынан тыш, Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтарын үтәү өсөн 56 спорт майҙансығы, ике асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы булдырылды. Спортсылар әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошмалар үҙ эшмәкәрлеген финанслауға 402,7 миллион һумдан ашыу субсидия алды, – тине Руслан Хәбибов. Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға алты йылда барлығы 4,1 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән федераль бюд

23 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәк биләмәһендә спорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Кәңәшмәлә «Демография» милли проектының «Спорт – тормош нормаһы» һәм «Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)» федераль проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырылған башланғыстарға айырыуса иғтибар бүленде. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов «Спорт – тормош нормаһы» федераль проекты тормошҡа ашырылған алты йыл эсендә Өфөлә өс ҙур спорт объекты – бассейн, ябыҡ футбол манежы һәм ишкәкле слалом өсөн комплекстың беренсе сираты – төҙөлөүен билдәләне. – Бынан тыш, Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерлек нормативтарын үтәү өсөн 56 спорт майҙансығы, ике асыҡ типтағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы булдырылды. Спортсылар әҙерләү менән шөғөлләнгән ойошмалар үҙ эшмәкәрлеген финанслауға 402,7 миллион һумдан ашыу субсидия алды, – тине Руслан Хәбибов. Федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға алты йылда барлығы 4,1 миллиард һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 2,2 миллиард һум. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Бөрө районы, Күмертау, Нефтекама һәм Өфө спорт мәктәптәре директорҙарына яңы микроавтобустарға сертификаттар тапшырҙы. Транспорт «Спорт – тормош нормаһы» проекты сиктәрендә һатып алынған. Башҡортостан Башлығы видеоконференция режимында шулай уҡ Иглин ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексын асыуҙа ҡатнашты. Модулле физкультура-һауыҡтырыу комплексын 112 көндә күтәргәндәр. Уны төҙөүгә 139,4 миллион һум йүнәлтелгән, шуның 78 миллионы – федераль бюджеттан. Иглин районы хакимиәте һәм партнёрҙар – «Башнефть» АНК һәм «ТЭКСТРО» ЯСЙ – инженер коммуникацияларын үткәреүгә 44 миллион һум йүнәлткән. Объект 36×18 м ҙурлыҡтағы универсаль спорт залын, административ биналарҙы, тренерҙар кабинеттарын, кейем алмаштырыу бүлмәләрен һәм заманса ҡорамалдарҙы үҙ эсенә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2024 йылдың ноябрендә Иглин районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров был объектты төҙөү барышы менән танышҡайны. Радий Хәбиров Спорт министрлығына федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм спорт тармағын үҫтереү йәһәтенән йыл йомғаҡтарын барларға ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.