Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәшәгән урындар күркәмләнә

23 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә 2024 йылда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын барланылар. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, 2024 йылға планлаштырылған эштәр билдәләнгән ваҡытҡа тамамланған. Миҙгел йомғаҡтары буйынса Өфөлә, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарындағы 39 күп фатирлы йортта 119 подъезд норматив хәлгә килтерелгән. Башҡарылған эштәр иҫәбендә – подъездарға инеү урындарын, баҫҡыс рәшәткәләрен һәм яндауырҙарҙы ремонтлау, беренсе ҡатта яңы плитка япмаһын тергеҙеү йәки яңынан һалыу, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе штукатурлау, ағас һәм металл элементтарҙы буяу, почта йәшниктәрен яңыртыу, яҡтыртҡыстарҙы хәрәкәт датчиктары булған энергия һаҡлаусы төрҙәренә алмаштырыу. – Шулай уҡ бындай ихтыяж һәм техник мөмкинлектәре булған йорттарҙың инеү урындары инвалидтар, һаулыҡтары ваҡытлыса ҡаҡшаған кешеләр, оло йәштәгеләр һәм коляскалы әсәйҙә

23 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә 2024 йылда күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын барланылар. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, 2024 йылға планлаштырылған эштәр билдәләнгән ваҡытҡа тамамланған. Миҙгел йомғаҡтары буйынса Өфөлә, Асҡын, Иглин, Шишмә һәм Стәрлебаш райондарындағы 39 күп фатирлы йортта 119 подъезд норматив хәлгә килтерелгән. Башҡарылған эштәр иҫәбендә – подъездарға инеү урындарын, баҫҡыс рәшәткәләрен һәм яндауырҙарҙы ремонтлау, беренсе ҡатта яңы плитка япмаһын тергеҙеү йәки яңынан һалыу, стеналарҙы һәм түшәмдәрҙе штукатурлау, ағас һәм металл элементтарҙы буяу, почта йәшниктәрен яңыртыу, яҡтыртҡыстарҙы хәрәкәт датчиктары булған энергия һаҡлаусы төрҙәренә алмаштырыу. – Шулай уҡ бындай ихтыяж һәм техник мөмкинлектәре булған йорттарҙың инеү урындары инвалидтар, һаулыҡтары ваҡытлыса ҡаҡшаған кешеләр, оло йәштәгеләр һәм коляскалы әсәйҙәр өсөн тышҡы яҡтан пандустар менән йыһазландырылды, – тип белдерҙе Ирина Голованова. Бынан тыш, республика бюджетынан ҡыйыҡтарҙы ремонтлауға һәм норматив хеҙмәт итеү ваҡытын үтәгән лифттарҙы алмаштырыуға аҡса бүленгән. Атап әйткәндә, 2024 йыл аҙағына тиклем 135 күп фатирлы йорттоң ҡыйығы тәртипкә килтереләсәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубовский, ҡыйыҡтарҙы ремонтлау программаһының бурысы – ҙур булмаған йорттарға ярҙам итеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Республикабыҙҙа бындай йорттарҙың һаны дүрт меңдән ашыу. Һуңғы биш йылда күләмле эштәр башҡарҙыҡ, халыҡ яҡшы һөҙөмтәләргә шаһит булды. Сифатҡа ла, билдәләнгән ваҡытҡа өлгөртмәүгә лә зарланыусылар юҡ. Подъездарҙы ремонтлау программаһынан аҡсаның бер өлөшөн ҡыйыҡты ремонтлау программаһына йүнәлтеү тураһындағы ҡарарығыҙ бик кәрәкле һәм ваҡытлы булды, – тип мөрәжәғәт итте төбәк етәксеһенә Анатолий Дубовский. – Әгәр уртаса 12 фатирлы йортто алһаҡ, ул йылына 450 мең һум самаһы аҡса йыя. Ә ҡыйыҡты ремонтлау өсөн 4,5 миллион һум кәрәк. Шуға күрә бындай программа ошо йүнәлештәге бик яҡшы ярҙам булып тора. «Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау төбәк операторы» фондының генераль директоры Павел Сафонов һуңғы өс йылда республиканың 202 күп фатирлы йортоноң ҡыйығын ремонтлауҙары хаҡында хәбәр итте. Башҡортостан Башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына республиканың Финанс министрлығы менән берлектә 2025 йылда подъездарҙы һәм ҡыйыҡты комплекслы ремонтлау программалары сиктәрендә башҡарыласаҡ эштәрҙе һәм финанслау күләмен билдәләргә ҡушты. – Әгәр өйҙөң ҡыйығынан һыу ағып тора икән, подъездарҙы һәм ихаталарҙы ремонтлауға йүнәлтелгән эштәребеҙҙең дә мәғәнәһе юҡ, тип һәр ваҡыт әйтәм, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Шуға күрә тәү сиратта ҡыйыҡҡа иғтибар итергә, һуңынан ихаталарға һәм подъездарға күсергә кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.