Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә “Элипсмол” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороусы Егор Захторенко сығыш яһаны. Әлшәй районының Раевка ауылынан был компания 2025 йылдың аҙағына тиклем айына 360 тоннанан ашыу моцарелла етештереү ҡеүәтенә өлгәшергә ниәтләй. Предприятие 2022 йылда, аҡ май һәм “Кальята” ярымфабрикатын етештереү маҡсатында, ойошторола. Тейешле проект 2023 йылдың авгусында Башҡортостандың Инвестиция комитеты тарафынан хуплау таба. Республика был башланғысты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткән һәм технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаған. – Завод 2024 йылдың майында эшләй башлай. Эш башланғандан алып, 19 мең тонна һөт эшкәртелгән, 1 мең тонна аҡ май һәм 1,4 мең тонна “Кальята” ярымфабрикаты етештерелгән, – тип хәбәр итте Егор Захторенко. – Бынан тыш, быйыл беҙ моцарелла етештереү цехын астыҡ, уның өлгөләрен клиенттарға тәҡдим иттек. Проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме – 405 миллион һум. Предприятиеның әҙер про