Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусыларға 22 декабрҙә Нуриман районы Чемаево ауылы эргәһендәге Павловка һыу һаҡлағысында алты кешенән торған төркөмдөң боҙ буйлап өс ҡаргиҙәрҙә йөрөүе тураһында мәғлүмәт килә. Ҡаргиҙәрҙең береһе хәрәкәт иткән саҡта боҙ аҫтына төшөп китеп, һыуға бата. Ундағы пассажир һикереп төшөп өлгөрә, ә водитель ҡаргиҙәр менән бергә һыуға төшә. Бәхеткә күрә, иптәштәре ирҙе тиҙ генә сығарып өлгөрә. Иргә медицина ярҙамы талап ителмәгән. Ваҡиға урынына килгән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары аэрокәмә ярҙамында ҡаргиҙәрҙе һыуҙан сығара, ял итеүселәрҙе яҡындағы ауылға эвакуациялай һәм улар менән иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрә. Быйыл ҡыш йылы, шуға ла боҙ ныҡлап туңмай, урыны менән йоҡа. Был иһә йылға буйлап йөрөүселәрҙең, балыҡсыларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Фото сығанағы: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.