Майға хаҡ арта Һуңғы осор киң мәғлүмәт сараларында һары майға хаҡтың ҡапыл артыуы тураһында күп яҙалар. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ул кинәт кенә 20 процентҡа артты. Һеҙ быны һиҙҙегеҙме? Белгестәр иһә һары май хаҡының артыуын һөт күләме кәмеүе менән аңлата. Мал аҙығы әҙерләү, логистика, кредит проценттары – барыһы ла сеймал хаҡын 20 – 30 процентҡа арттырған. Хаҡтарға күҙ һалайыҡ. Майға хаҡ артыуы тураһында һүҙ сыҡҡас, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов был хәлгә аңлатма бирҙе. Уның аңлатыуынса, илебеҙҙә сеймалға ҡытлыҡ барлыҡҡа килгән. Етештереү күләмен арттырыу мөһим. Был йәһәттән республикала 2030 йылға 29 эре һөтсөлөк фермаһы төҙөләсәк. Республиканың Һөт союзы етәксеһе Илдар Фәйзуллин билдәләүенсә, һөт заводтары етештереүселәрҙән һөттө, йәйге хаҡтар менән сағыштырғанда, 10 һумға ҡыйбатыраҡҡа һатып ала. Уның фекеренсә, ҡышҡа һөт ризыҡтарына хаҡ тағы артасаҡ. Октябрҙә һиҙелерлек күтәрелде Башҡортостанда хаҡтар октябрҙә һиҙелерлек булып артты. Статистика мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, әфлисун – 14, май – 10, банан – 6, балыҡ – 5, ярмалар 4,5 процентҡа артҡан. Бер килограмм майҙың хаҡы 956,57 һум тәшкил иткән. Былтыр ошо ваҡытта уның хаҡы 720,25 һум булған. Башстат хәбәр итеүенсә, бөтә аҙыҡ-түлеккә лә хаҡ ике процентҡа артҡан. Шулай ҙа хаҡтары төшкән ризыҡтар ҙа бар: тауыҡ, бешкән колбаса, бауыр, йәшелсә, шәкәр, печенье, он. Белгестәр билдәләүенсә, 2,5 – 3,2 процентлы һөт хаҡы бер кәмегән, бер күтәрелгән. Әле иһә уның хаҡы 10 һумға артҡан. Былтыр ошо мәлдә бер литр һөт 66,79 һум торһа, бөгөн 75,99 һум тәшкил итә. Өфөлә хаҡтар нисек? Башҡорт тотоп ҡарамаһа, ышанмай, тиҙәр. “Матбуғат йорто” эргәһендәге магазиндарҙы йөрөп сыҡтым. “Магнит” кәштәләрендә маргариндан башҡа бер ҡап та май булмай сыҡты! Баҡһаң, майҙы касса эргәһендәге һыуытҡысҡа күсергәндәр икән. Магазинда биш төрлө май бар. Иң ҡыйбаты – 249, осһоҙо – 166 һум. “Байрам” хеҙмәткәрҙәре хаҡтарҙы алмаштырып йөрөй ине. “Хаҡтар 10 процентҡа артты. Май хаҡының артыуы тураһында хәбәр сыҡҡас, һатып алыусылар күбәйер, майҙы күпләп алырҙар, тип уйлағайныҡ. Был хәбәрҙе халыҡ тыныс ҡабул итте. Кәштәләрҙә май күп”, – тине һатыусы. Был магазинда иң осһоҙ май – 99, иң ҡыйбаты – 249 һум. “Пятерочка” магазинында май 20 – 30 һумға артты, тип һөйләне һатыусылар. Магазинда 330 грамлыҡ аҡ май 459 һум тора, иң осһоҙо – 159 һум. “Монетка”ла иһә май ҡыйбатланмаған. “Майға ҡытлыҡ юҡ. Элекке күләмдә һатыла”, – тине һатыусы. Был магазинда дүрт төрлө май һатыла. Иң осһоҙо – 119, ҡыйбаты 199 һум тора. Ҡайҙа күпме ашайҙар? Рәсәйҙә һары майҙы элек-электән яраталар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, илебеҙҙә бер кеше йыл дауамында ике килограмм май ашай. Был аҙ. Ул биш килограмм булырға тейеш. Быға тиклем Рәсәй баҙарына һары майҙы Яңы Зеландия, Финляндия, Уругвай илдәренән индерһәләр, санкциялар арҡаһында үҙебеҙҙең етештереүселәргә юл асылды. Регина ӘХМӘРОВА, гастроэнторолог, нутрициолог: – Һары май – дөрөҫ туҡланыу өсөн иң кәрәкле ризыҡтарҙың береһе. Калорияһы буйынса үҫемлек майы, майонездан ҡалышмаһа ла, организм өсөн ныҡ файҙалы. Беҙҙең магазиндарҙа, ғәҙәттә, ГОСТ 32261-2013 стандарттары буйынса эшләнгән өс төрлө май һатыла, уларҙың ҡуйылығы ла 72,5 процент, 80 һәм 82,5 процент тәшкил итә. Май организмдың дөрөҫ эшмәкәрлегенә ярҙам итә, һөйәк, тире, сәс, тырнаҡ торошон яҡшырта. Иртән бутҡаға 10 грамм самаһы май ҡушып ашағанда, төшкө ашҡа тиклем асығыу тойғоһо булмаясаҡ. Май составындағы казеин аминокислоталарға бай. Тағы ла майҙа кальций, калий, фосфор, магний, А һәм D витаминдары бар. Иң мөһиме – май үт ҡыуығы эшмәкәрлеген яйға һала һәм үт бүленеп сығыуҙы һәйбәт көйләй. Әйткәндәй, һары майҙы туңдырғанда, уның файҙалы сифаттары юғалмай. Туңдырылған майҙы бер йыл самаһы һаҡларға була. Бәләкәй балаларға майҙы бер йәштән бирергә була. Ауырлы һәм имеҙгән ҡатындарға 20 грамға тиклем май ашарға ярай, оло йәштәгеләргә 5 – 10 грамм да етә. Бибинур ШӘЙХИСЛАМОВА, Ҡыйғы районы: – Һыйыр ауылды туҡландыра. Һыйлы көнөң һыйырҙа. Һөт, эремсек, ҡаймаҡ, майҙы магазиндан һатып алмайбыҙ. Быйыл бер һыйыр менән йылды сыҡҡайным, ҡышҡа тана ҡалдырҙым. Ике һыйырым булһын, тим. Өҫтәүенә 10-15 баш һарығым бар. Уларҙы ашатыуға 40 – 50 төргәк бесән китә. Бесән әҙерләшергә малайҙарым ҡайта. Трактор, сапҡыс, йыйғыс үҙебеҙҙеке икәнен иҫәпкә алһаң, мал аҙығы әҙерләүгә 50 мең һумдан ашыу аҡса һалабыҙ. Был сығым үҙен аҡлаймы? Әлбиттә. Өс баламдың ғаиләһен аҡтан өҙмәйем, шул уҡ ваҡытта артҡанын һатыуға ла сығарам. Ауылдаштар, ауылға ҡайтҡан ҡунаҡтар өйҙән килеп алып китә. Айырыуса майымды яратып алалар. Яртышар килолыҡ май йомғағы эшләйем. Миҙгелендә яҡынса 50 – 70 килограмм килеп сыға. Һатыуға ла, үҙебеҙгә лә етә. Алмаз ҒӘЛИМОВ, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының инвесторҙар менән бәйләнеш һәм тышҡы бәйләнештәр бүлеге етәксеһе: – Башҡортостан күптән Рәсәй кимәлендә үҙен “Һөт иле” төбәге булараҡ танытты. Республикала етештерелгән күп аҙыҡ-түлек брендҡа әйләнде. Шул иҫәптән һары май ҙа. Башҡортостан майы таҙа экологик ризыҡ булараҡ киң билдәле. Былтыр төбәктә 5240 тонна һары май етештерелгән. Был, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 12 процентҡа күберәк. Быйыл һуңғы мәғлүмәт буйынса, 3,7 мең тонна май етештерелгән. Был былтырғы күрһәткестән 13 процентҡа күберәк. Йылдың әле тамамланыуын иҫәпкә алғанда, күрһәткестәр тағы ла артасаҡ. Шуны билдәләп үтке килә: әле майҙы, ҙур һөт заводтарынан тыш, ауыл хужалығы кооперативтары ла етештерә. Ҙур күләмдә етештереүселәрҙең дә, бәләкәй күләмдә эшләүселәрҙе лә тәү сиратта шул берләштерә – улар сифатлы продукт сығарыуҙы хәстәрләй. Баҙарҙа һатылған күләмдең 60 проценты республикала етештерелә. Шуға әле ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә күләмде арттырыу буйынса эшләргә кәңәш итәбеҙ. Һуңғы арала матбуғат киңлектәрендә һары майға ҡытлыҡ тыуыу ихтималлығы тураһында һүҙ ҡуйыра. Был йәһттән беҙҙең яуап бер: Башҡортостанда был мөмкин түгел! Бөгөн республикала һөт һәм һөттән етештерелгән аҙыҡ-түлекте етештереү 121 процент тәшкил итә. Бөтә төр хужалыҡтар ҙа 1,5 миллион тонна һөт етештерә. Ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында был күрһәткес 800 мең тоннанан артты. Лилиә НУРЕТДИНОВА. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Майға хаҡ арта Һуңғы осор киң мәғлүмәт сараларында һары майға хаҡтың ҡапыл артыуы тураһында күп яҙалар. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ул кинәт кенә 20 процентҡа артты. Һеҙ быны һиҙҙегеҙме? Белгестәр иһә һары май хаҡының артыуын һөт күләме кәмеүе менән аңлата. Мал аҙығы әҙерләү, логистика, кредит проценттары – барыһы ла сеймал хаҡын 20 – 30 процентҡа арттырған. Хаҡтарға күҙ һалайыҡ. Майға хаҡ артыуы тураһында һүҙ сыҡҡас, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов был хәлгә аңлатма бирҙе. Уның аңлатыуынса, илебеҙҙә сеймалға ҡытлыҡ барлыҡҡа килгән. Етештереү күләмен арттырыу мөһим. Был йәһәттән республикала 2030 йылға 29 эре һөтсөлөк фермаһы төҙөләсәк. Республиканың Һөт союзы етәксеһе Илдар Фәйзуллин билдәләүенсә, һөт заводтары етештереүселәрҙән һөттө, йәйге хаҡтар менән сағыштырғанда, 10 һумға ҡыйбатыраҡҡа һатып ала. Уның фекеренсә, ҡышҡа һөт ризыҡтарына хаҡ тағы артасаҡ. Октябрҙә һиҙелерлек күтәрелде Башҡортостанда хаҡтар октябрҙә һиҙелерлек бу