Ишембайҙа ағайлы-ҡустылы кеше үлтергәне, рөхсәтһеҙ ҡорал ҡулланғаны һәм, нарколаборатория ойоштороп, 5 кг мефедрон әҙерләгәндәре өсөн эштәре судҡа бирелгән. Был турала Башҡортостан прокуратураһында хәбәр итәләр. Ведомство мәғлүмәте буйынса, был икәү онлайн рәүештә үҙгәртеп эшләнгән ике Калашников автоматы, пистолет, 1,1 мең патрон һатып ала, уларҙы гараждарында һаҡлайҙар. 2023 йылдың майында туғандарҙың береһе Тәйрүк урман паркы биләмәһендә атып ҡарарға теләй. Осраҡлы ғына үткенсе уның был ҡылығына шаһит була. Ир уны ҡыуып етеп, башына ике тапҡыр ата, кәүҙәһен кеше йөрөмәгән урынға күсереп, үҙе ҡаса. Төбәк тәфтишселәре мәғлүмәтенсә, енәйәтселәрҙе эҙләгән ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары тыйылған матдәләр етештереүгә ҡоролған гаражды, унда Макаров пистолетына гильзалар таба. Шул уҡ көндө енәйәт ҡылған ике ирҙе лә тотоп, һаҡ аҫтына алалар. Әлеге ваҡытта был икәүҙең енәйәт эше ғәйептәре раҫланған һөҙөмтә менән судҡа ебәрелгән, тип аңлатма бирәләр БР Тәфтиш комитетында. Фото: “Башинформ”.