Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡыш бабай геройҙың балаларын Яңы йыл менән ҡотланы

Альберт Төхвәтшин – 1986 йылдың 10 февралендә тыуған Өфө егете. 2004 – 2006 йылдарҙа әрме хеҙмәтендә була. Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 2008 йылда Юридик колледжды тамамлай. Махсус хәрби операцияға мобилизацияланғанға тиклем электрик булып эшләй, ремонт эштәре менән шөғөлләнә. Ҡатыны Айгөл Аданис ҡыҙы Мирхажева һөйләүенсә, ул бик алсаҡ, ихлас кеше була, бөтә буш ваҡытыны ғаиләһенә бағышлай: балалар менән саф һауала йөрөргә, уйнарға ярата. Альберт Фәрит улы 2023 йылдың 28 февралендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Бер йыл элек ул уҡыған Өфөләге 130-сы мәктәптә батырға иҫтәлекле таҡтаташ асҡандар. Ошо көндәрҙә Ҡыш бабай, "Башҡортостан" гәзите ойошторған мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашып, Альберт Фәрит улының ғаиләһен Яңы йыл менән ҡотларға килде. Йыр-бейеү, шиғыр һөйләү, уйындар башҡарылғандан һуң, ул балаларға бүләктәр таратты. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең бүләк-күстәнәстәрҙе тапшырҙыҡ. Балалар үҙҙәре теләгән Яңы йыл бүләктәре

Альберт Төхвәтшин – 1986 йылдың 10 февралендә тыуған Өфө егете. 2004 – 2006 йылдарҙа әрме хеҙмәтендә була. Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 2008 йылда Юридик колледжды тамамлай. Махсус хәрби операцияға мобилизацияланғанға тиклем электрик булып эшләй, ремонт эштәре менән шөғөлләнә. Ҡатыны Айгөл Аданис ҡыҙы Мирхажева һөйләүенсә, ул бик алсаҡ, ихлас кеше була, бөтә буш ваҡытыны ғаиләһенә бағышлай: балалар менән саф һауала йөрөргә, уйнарға ярата. Альберт Фәрит улы 2023 йылдың 28 февралендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнә. Бер йыл элек ул уҡыған Өфөләге 130-сы мәктәптә батырға иҫтәлекле таҡтаташ асҡандар. Ошо көндәрҙә Ҡыш бабай, "Башҡортостан" гәзите ойошторған мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашып, Альберт Фәрит улының ғаиләһен Яңы йыл менән ҡотларға килде. Йыр-бейеү, шиғыр һөйләү, уйындар башҡарылғандан һуң, ул балаларға бүләктәр таратты. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең бүләк-күстәнәстәрҙе тапшырҙыҡ. Балалар үҙҙәре теләгән Яңы йыл бүләктәренә эйә булды: Аделина сумка һәм пауэрбанк, Арсен компьютер уйыны конвертеры, Алмас уйынсыҡтар һәм ижад өсөн йыйылма алды. Геройҙың ҡатыны Айгөл хәҙер өс балаһын яңғыҙы тәрбиәләй. Компьютер графикаһы, дизайн, видеояҙмалар төшөрөү менән мауыҡҡан Аделина сауҙа-иҡтисад колледжында тик яҡшы билдәләргә уҡый, Арсен мәктәптә 7-се класта белем ала, ә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән Алмас балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡыҙ уҡыуҙан тыш эшләп тә, ҡустыларына күҙ-ҡолаҡ булырға ла өлгөрә. Арсен алты йәшенән бал бейеүҙәре менән мауыға. Әсәһенең әхирәтенең ҡыҙына партнер табылмағас, малайҙы уның менән бергә бейергә саҡыралар. Хәҙер ул Милана менән күп турнирҙарҙа призлы урындар яулаған. Яңы йылдан пар юғарыраҡ оҫталыҡ категорияһына күсә. Алмас иһә көнөнә өс сәғәт балалар баҡсаһында була, сиренә ҡарамаҫтан, бик асыҡ күңелле, дәрт-дарманы ташып торған малай. Төҫкә лә атаһына оҡшап торған сибәр кинйәне ғаиләлә барыһы ла ныҡ ярата, ҡарап-тәрбиәләп кенә торалар. Тиҫтерҙәренән ҡалмай үҫешһен, һәләттәрен арттырһын өсөн Алмасты әсәһе үҫтереүсе һәм реабилитация үҙәктәренә алып йөрөй, өйҙә лә шөғөлләнә. Айгөл үҙе тыумышы менән Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылынан. Башҡорт дәүләт педагогия универститетының физика-математика факультетын тамамлап, мәктәптә физиканан уҡыта. Артабан уға оборона заводында, балалар баҡсаһында эшләргә тура килә. Әле ул бәләкәй балаһын ҡарай, әммә тик ултырмай: эшләп тә өлгөрә, ирекмәнлек менән дә шөғөлләнә. “Масксети Ҡалҡан Өфө” ойошмаһында маскировка селтәрҙәре үрә, бихисап ирекмәнлек акцияларында ҡатнаша. Яңы ғына ошо изге эше өсөн ул БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтан Рәхмәт хаты алып ҡыуанды. Бына шулай аяныслы хәлдән дә һуң яҙмыш ауырлыҡтарына баш эймәй, матур итеп йәшәй күп балалы ғаилә. Күмәк булыуҙары, бер-береһенә ярҙамлашып тороуҙары уларҙы көслө итә, яҡты киләсәккә өмөтләндерә. Айгөл Аданис ҡыҙы уларға булған иғтибар өсөн ныҡ ҡыуанды, балаларҙың да күҙҙәрендә осҡондар балҡып китте. Ә шундай хәйриә акцияһында ҡатнашҡаны өсөн бүләккә китаптар, уйынсыҡтар магазинына сертификаттар, киноға саҡырыу ҡағыҙҙары тотоп килгән Ҡыш бабай Александр Игоревич Егоровҡа айырым ҙур рәхмәт! Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА. Айрат Нурмөхәмәтов һәм pomnimrb.ru фотолары.