Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы. Ябыҡ ҡына үҙе, гел илай... Уянам да көнө буйы борсолоп, хәүефләнеп йөрөйөм. Ҡайһы саҡта күҙемде йомоу менән алдыма килеп баҫҡандай. Шуға йоҡларға ятыр ваҡыт етһә, ҡурҡа башлайым. Нимә эшләргә икән?Гәзитебеҙҙең “Иман” махсус битенә килгән был һорауға дини остаздарҙың һүҙҙәренә, китаптарға таянып яуап бирергә тырышабыҙ.“Һеҙҙең төндә йоҡлауығыҙ – Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тимәк, әҙәм балаһының был ғәмәлендә ҙур хикмәт ята. Изге китаптың икенсе бер аятында Раббыбыҙҙың йоҡоно тыныс һәм ләззәтле итеп ҡылғаны хаҡында әйтелгән. Ысынлап та, ял итеүҙең был төрө – һаулыҡ билгеһе. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы йоҡлай алмай ғазаплана икән, тимәк, уның тән йәки йән сәләмәтлеге яҡшынан түгел.Йоҡлағанда төш күреү үҙенсәлеге иһә кешегә донъяға яралған мәленән үк бирелгән. Уның тураһында Ҡөрьәндең “Йософ” сүрәһендә лә әйтелгән. Батша төш күрә лә юратыу өсөн кеше эҙләй. Һөҙөмтә
Күҙемде йомһам, алдыма мәрхүмә әсәйем килеп баҫа...
22 декабря 202422 дек 2024
2 мин